Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
28 Ноябрь 2019, 16:00

Гүзәлдәрҙән гүзәл әсәләр!

Илебеҙҙә билдәләнгән күп һанлы байрамдар араһында әсәйҙәр көнө айырыуса урын биләп тора. Был байрамда бер кем дә битараф ҡала алмай, сөнки әсәй – һәр кемдең тормошонда мөһим кеше.


Концерт алып барыусыларҙан башлана. Әйтеп үтергә кәрәк, Сабина Әхтәмова менән Марат Әхмәтшин был бурысты бик оҫта атҡарып сыҡты.

Тамашалар залы тулы ине. Был көндө сәхнәнән яңғыраған ҡотлауҙар иң яҡын, иң ғәзиз кешеләргә – әсәләргә хөрмәт һәм рәхмәт тойғоһо менән һуғарылғайны.

Байрам менән әсәйҙәрҙе район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин ҡотланы һәм Әсәйҙәр көнө уңайынан намыҫлы эшләгән маҡтауға лайыҡ әсәләргә почет грамоталары тапшыр-ҙы. Бүләкләнеүселәр араһында район хакимиәтенең төп бухгалтеры Рита Латипова, ата-әсәләре менән балалар өсөн Мәсетле шифаханаһының физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы Елена Лешкова, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының хеҙмәт биналарын йыйыштырыусыһы Разия Бәҙретдинова, район Мәҙәниәт һарайының балалар секторы мөдире Регина Ғиниәтуллина, район хакимиәте административ комиссияһының баш белгесе – яуаплы секретары Наталья Ковина, Оло Ыҡтамаҡ лицейының математика һәм физика уҡытыусыһы Рита Хужина, район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары методисы Светлана Йәнурова бар ине.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова ла район әсәләренә ихлас теләктәрен еткерҙе. Иң әүҙәм ҡатындар – Мәсетле районының Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Гөлнара Бикташева менән Мәсетле биләмә-ара китапхана сис- темаһы директоры Светлана Ғәлимоваға район ҡатын-ҡыҙҙар советының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Район мәҙәниәт һарайы артистары, белем биреү учреждениелары уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре башҡарыуында яңғыҙ, вокаль һәм хореографик номерҙар сикһеҙ һөйөү, күңел йылыһы һәм рәхмәттәр менән тулы ине. “Урал” телестудияһы тарафынан район балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренең ҙур булмаған видеоҡотлауҙарының күрһәтелеүе тамашасылар өсөн айырым бүләк булды.

Әсәләр балаларының сығыштарын һоҡланып ҡараны һәм ихлас ҡыуанды. Һәр бер сығыштан һуң көслө алҡыштар тынманы.

Әсәләр көнөнә арналған тантаналы сара ысынлап та сағыу һәм онотолмаҫлыҡ килеп сыҡты.