Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәсетлеләр – “Торатау йыйыны”нда

Ишембай районының Торатау тауы итәгендә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Баш-ҡортостандан, күрше өлкәләрҙән 50 меңдән ашыу тамашасыны йыйған тәүге республика “Торатау йыйыны” байрамы үтте. Унда беҙҙең район милли ихата ҡорҙо.

Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән Донецк халыҡ республикаһы Башлығы Денис Пушилин байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтары булдылар. Йыйында шулай уҡ Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәшит Ғәтиәтуллин ҡатнашты.

Байрам барышында легендар сармат батшабикәһе Зарина тураһында тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнгән “Сармат вариҫтары” театрлаштырылған тамашаһы; буҙа ҡайнатыусылар конкурсы; “Шәкәй” милли уйыны, “Сармат алтынын эҙләү” уйыны; балалар уйындары; “Ылаҡ” күрһәтмә сығыштары, “Мәргән уҡсы” һәм баш-ҡалар булды.

Мәсетле районы тирмәһендә ҡумыҙ, төньяҡ-көнсығыш башҡорттары милли кейемдәре, Регина Ғиниәтуллинаның кейеҙҙән әҙерләгән әйберҙәре һәм “Ҡарағай” шифаханаһы продукцияһы күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Бында шулай уҡ өй кәрәк-яраҡтары, ҡабартмалы сигеү өлгөләре, боронғо келәм һуғыу станогы күрергә мөмкин ине.

Майҙансыҡта ҡунаҡтар-ҙы район Мәҙәниәт һарайы артистары ҡаршы алды. Улар ҡумыҙҙа, гармунда уйнаны, йырланылар, ҡунаҡтарҙы бейергә саҡырҙылар.

Опера йырсыһы, Баш-ҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, “Арғымаҡ”, “Бүреләр”, “Ҡурайсы”, “Ҡарауанһарай”, “Далан”, “Бәхетле”, “Дан” төркөмдәре, RNT, МС Баш, Милли халыҡ уйын музыка ҡоралдары оркестры һәм баш-ҡа йондоҙҙар ҡатнашлығында Toratau-party концерты байрамды йомғаҡланы.

90-сы йылдар башында меңләгән тамашасы йыйған һәм башҡорт рок-музыкаһы үҫешенә этәргес биргән “Дәр-үишхан” төркөмөнөң сәхнәгә ҡайтыуын күрергә мөмкин булды.

Кисә популяр диджейҙар DJ Khan һәм DJ Fatikh ҡатнашлығында йәштәр дискотекаһы һәм яҡтылыҡ лазер шоуы менән тамамланды.