Бөтә яңылыҡтар

Бала саҡ көнө

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам район Мәҙәниәт һарайында үтте. Был иң күптәнге халыҡ-ара байрамдарҙың береһе. Уны уҙғарыу тураһындағы ҡарар Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар демократик федерацияһы тарафынан 1949 йылдың ноябрендә махсус сессияла ҡабул ителә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы был инициативаны хуплай һәм балалар хоҡуҡтарын, ғүмерен һәм һаулығын яҡлауҙы үҙ эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе тип иғлан итә.


Йәш аудиторияны байрам һәм йәйҙең тәүге көнө менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова ҡотланы.



Район мәҙәниәт һарайы артистары башҡарыуында “Көйһөҙ ҡыҙ тураһында” әкиәт барыһына ла оҡшаны.



Фойела Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Рафас Хәйерзаманов балалар өсөн һыбыҙғы эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.



Байрам сағыу концерт программаһы менән үрелеп барҙы.


Айгөл ШАРАПОВА әҙерләне.