Районда стела асыуҙың инициаторы – отставкалағы сик буйы ғәскәрҙәре подполковнигы Алмаз Әхмәҙиев. Бөгөн районда сик буйында хеҙмәт иткән 60-тан ашыу ир йәшәй. Улар-ҙың барыһы ла был идеяны хупланы һәм кәрәкле күләмдә аҡса йыйҙы.
Стела әҙерләү буйынса эштәр ошо йылдың мартында башланды. Уны Силәбе өлкәһенең Куса ҡалаһында яһанылар.
Стела Урал гранитынан соҡоп эшләнгән. Өлкән сик буйы нарядының ҡара знагында Рәсәй сик һаҡсыһы кәүҙәләндерелгән, түбәнерәк сик һаҡсыларының девизы – “Намыҫ. Ватан. Бурыс” һүҙҙәре соҡоп яҙыл-ған. Йәнәш торған сик бағанаһы стеланы тулыландырып тора.
Стеланы әҙерләү һәм килтереп ҡуйыу буйынса эштәр 90 меңдән ашыу һумға төшкән.
Сик буйы ғәскәрҙәренең 100 йыллығына тап килтерелгән стела асыу тантанаһында Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Ватан һағында хеҙмәт иткәндәрҙең ҡаһарманлығын, анттарына һәм хәрби бурыстарына тоғролоғон билдәләне. Сиктәребеҙҙең ныҡлығы һәм ышаныслылығы өсөн, шулай уҡ лайыҡлы һәм героик хәрби ҡатламдың данлыҡлы традицияларын дауам иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Был көндө райондың сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары айырым иғтибар һәм ихтирам яуланы. Сик һаҡсыларының иң яҡшы традицияларын һаҡлап ҡалыу һәм пропагандалауҙа, шулай уҡ хәҙерге заман йәштәрендә илһөйәрлек той-ғоһо һәм Ватанға тоғролоҡ тәрбиәләүҙә уларҙың роле ғәйәт ҙур. Әнис Әсәҙуллин Мәсетле районы тормошонда һәм йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнашҡан запастағы яугирҙар: Алмаз Әхмәҙиев, Азат Әхтәров, Рәмил Вәлиев, Айрат Ғәлимов, Ринат Ғафаров, Харис Ғилметдинов, Сергей Кустиков, Владислав Макаров, Илнур Сөнәғәтов, Рөстәм Хәлимов һәм Илдар Шакировтарҙы “Сик буйы ғәскәрҙәренең 100 йыллығы” иҫтәлекле миҙалдары менән бүләкләне.
Стеланы асыу хөрмәтенә лайыҡ булған Оло Аҡа ауылынан Миҙхәт Дәүләтбаев һәм Әләгәҙҙән Шәрифйән Әхйәмов Алмаз Әхмәҙиев ҡулынан миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.