Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам тәьҫораттары
22 Сентябрь 2017, 02:00

Сәскәләр – тормош биҙәге

Сәскәләр – тормош биҙәге, тиҙәр. Был ғәҙел баһа, сөнки улар тәбиғәт матурлығын һәм уның муллығын сағылдыра. Улар менән һоҡланмау мөмкин түгел. Ир-егеттәр уларҙы гүзәл заттарға бүләк итә, шулай итеп мөхәббәттәрен, ихтирам итеүҙәрен белдерә. Сәскәләр тураһында фәһемле фекерҙәр үҫемлектең әһәмиәтен, уларҙың кеше өсөн тәбиғи файҙаһын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Улар күҙҙе ҡамаштыра, именлек һәм муллыҡ тойғоһон булдыра. Сәскәләр көнө Әләгәҙ ауылында йыл да үткәрелә. Был байрам ауылды төҙөкләндереү өсөн бик тә мөһим. Быйыл да беҙ ошо иҫ киткес байрамды ситләп үтмәнек. Сараға тиклем бер нисә көн алдан ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе һәм ағзалары, ауыл биләмәһе башлығы составында комиссия бөтә урамдарҙы, йорттарҙы йөрөп сыҡты һәм йомғаҡ яһаны. Ауыл мәҙәниәт йорто алдына сәскә үҫтереүселәр, ғөмүмән, матурлыҡҡа ғашиҡтар йыйылды. Байрамды алып барыусылар – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре концерт номерҙары һәм сәскәләр тураһында викторина әҙерләгән ине. Сығыштар араһында ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Сажиҙә Ҡушанова номинациялар буйынса грамоталар һәм бүләктәр тапшырҙы: “Өлгөлө йорт” номинацияһында диплом менән Әлфиә һәм Рөстәм Ғәлләмшиндар бүләкләнде, “Иң яҡшы йорт алды баҡсаһы” грамотаһына Раисья Озорнина лайыҡ булды. Быйыл “Иң яҡшы сәскә үҫтереүсе” тәүге тапҡыр һәр ауылда билдәләнде. Шулай итеп, Әләгәҙ ауылында георгиндарҙың биш йөҙ сортын үҫтереүсе Лилиә Хажиева еңеүсе тип табылды, Оло Ҡыҙылбай ауылында – Зәлиә Вәлиева, Борғатъяла – Орҡоя Латипова, Буртаковкала – Зилә Ғимазиева, Октябрьскиҙа – Альмира Таһирова. Байрамда ҡатнашыусылар сәскәләрҙән бик матур гөлләмәләр, композициялар һәм паннолар тәҡдим итте. Һәр эш үҙенең үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәр-ҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ойошторған байрам күңелле үтте. Бер генә гөлләмә лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Байрам һуңында викторинала әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды. Бағыусыларыбыҙ Әлфиә Байрам-ғолова, Василий Антипин, Рәсимә Ғиззәтова, Динә Әбүбәкирова байрамды уҙғарыуға тос өлөш индерҙе. Наталья ЯРМУШЕВА, Әләгәҙ ауыл биләмәһенең йәштәр эше буйынса белгесе.