

Мәсетле районы мәктәптәрендә ойошторолған хеҙмәт лагерҙары үҫмерҙәргә ошондай мөмкинлек бирә. Уҡыусылар биләмәләрҙе төҙөкләндерә, таҙалыҡ һәм тәртип булдыра. Бындай эш йәмғиәт өсөн файҙаға булһа, уҡыусыларҙың үҙҙәрен дисциплинаға өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта тиҫтерҙәре һәм остаздары менән аралашыу, саф һауала булыу һәм физик әүҙемлек иҫәбенә һаулыҡтарын нығыталар, социумға яраҡлашалар.
Башҡорт гимназияһының етенсе класс уҡыусылары өсөн был эш айырыуса һөҙөмтәле ойошторолған. 15 июндән бында 40 бала өсөн хеҙмәт лагеры үҙ ишектәрен асты. Сменаның ике көнө эсендә улар мәктәп эргәһендәге сәскә түтәлдәрен утап, “Көньяҡ” мәҙәниәт һәм ял паркында өмә үткәреп, райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Ауылым тарихы” экскурсияһын ҡарарға өлгөрҙө.
Бынан тыш, Башҡорт гимназияһының 7 “А” һәм 7 “Б” кластары уҡыусылары педагог Ләйсән Абдулхаева етәкселегендә үҙәк мәсет яны участкаһында ҡый үләндәрен утаны һәм артабан спирея үҫентеләрен ултыртыу өсөн соҡор ҡаҙыны. Киләсәктә ҡыуаҡлыҡтар тирә-йүнгә матурлыҡ һәм йәм биреп ултырасаҡ.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.