

Лагерь 65 малай һәм ҡыҙ өсөн сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ йәй, мажаралар, яңы дуҫтар һәм асыштар бүләк итәсәк.
Лагерь йәш ҡунаҡтарға мауыҡтырғыс программа тәҡдим итә: спорт ярыштары, ижади оҫталыҡ дәрестәре, тематик кисәләр, походтар һәм башҡалар. Һәр бала бында күңеленә яҡын шөғөл таба һәм уңайлы шарттарҙа үҙ һәләттәрен үҫтерә ала.
Балаларға сәләмләү телмәре менән Башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Әбүбәкерова мөрәжәғәт итте:
– Башҡорт гимназияһы нигеҙендә “Ҡарлуғас” лагеры 2011 йылдан башлап 15-се тапҡыр балаларҙың ялы өсөн үҙ ишектәрен аса. Был беҙҙең өсөн бик мөһим ваҡиға. Балаларҙың ялы онотолмаҫлыҡ булһын өсөн хеҙмәткәрҙәребеҙ барыһын да эшләй. Уларҙың именлегенә һәм уңайлылығына айырым иғтибар бирелә. Йәшәү һәм туҡланыу шарттары бөтә талаптарға ла яуап бирә. Иркен ашханала алты тапҡыр туҡланыу, медицина пункты һәм аныҡ ойошторолған көн тәртибе балаларға ваҡытын матур итеп үткәрергә генә түгел, һаулыҡтарын нығытырға ла ярҙам итәсәк. Балаларға күңелле һәм ҡыҙыҡлы ял, яңы дуҫтар табыуҙарын, көс туплауҙарын һәм сәләмәтлектәрен нығытыуҙарын теләйем, – тине ул.
Мәсетле районы мәғариф бүлегенең баш белгесе Рәмзилә Ғилметдинова балаларҙың барыһына ла күңелле ял һәм яҡшы һауа торошо теләне. Сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн отрядтарҙы, әүҙем малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы грамоталар, дипломдар менән бүләкләне.
Артабан байрам дүрт отряд балаларының дәртле сығыштары менән дауам итте. Һәр отряд девиз менән сығыш яһаны, йырланы, бейене, лагерь вожатыйҙарына ант бирҙе.
Һәр сменаның уңышы күбеһенсә әүҙем, талантлы һәм йәлеп итә белгән вожатыйҙар командаһы эше менән билдәләнә. Быйыл отрядтарҙағы мөхит өсөн өлкән вожатый Людмила Сычкина яуап бирә. Ул педагогик составтың эшмәкәрлеген көйләй, саралар-ҙың ойошторолоуын күҙәтә, лагерҙа дуҫтарса йылы шарттар булдырырға ярҙам итә. Шулай уҡ командала Мәсәғүт педагогия колледжы студенттары-вожатыйҙар Шамил Ярмушев, Гөлназ Ғиләжева, Наҙгөл Камалова һәм Полина Панкова эшләй.
Смена буйына ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы саф һауала уйындар, йыр-бейеүҙәр, ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре һәм экскурсиялар көтә. Педагогтар әйтеүенсә, йәйге лагерҙа һәр кем үҙе өсөн яратҡан шөғөл һәм бихисап яңы дуҫтар табасаҡ.
2026 йылда балаларҙың ялын тәьмин итеү өсөн республика бюджетынан районға – 3816800 һум (былтыр 2878330 һум), етем һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар өсөн 2353200 һум (былтыр 2521800 һум) күләмендә субвенциялар бүленгән. Урындағы бюджеттан – 550000 һум.
1 июндән 21-енә тиклем лицейҙа – 240 (шулай уҡ Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән 50 тәрбиәләнеүсе), Башҡорт гимназияһында – 120 (шулай уҡ Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонан 30 тәрбиәләнеүсе), Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә – 50, Түбәнге Бобинда – 70, Абдуллала – 20, Ҡорғатта – 20, Әләгәҙҙә 60 баланы һауыҡтырыу планлаштырылған.
Башҡорт гимназияһы базаһындағы “Ҡарлуғас” балаларҙы һауыҡтырыу лагерының бер заезында 65 бала ял итә. Баланың бер көн ял итеүе 1288 һумға төшә, юллама хаҡы 27048 һум тәшкил итә, шуның 8114,4 һумын ата-әсәләр түләй (18993,6 һум компенсация).
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһында дүрт заезда 70 баланы (юллама хаҡы 38433,60 һум), 25 етем һәм тәрбиәгә алынған баланы һауыҡтырыу күҙаллана. Бер көнлөк ял 1288 һумға барып баҫа, юлламаның тулы хаҡы – 38433,60 һум, шуның 19440,3 һумы – ата-әсә түләүе (18993,3 һумға сертификат).
Оло Ыҡтамаҡ лицейында, Башҡорт гимназияһында, Ләмәҙтамаҡ, Түбәнге Бобин, Абдулла, Ҡорғат һәм Әләгәҙ мәктәптәрендә ете көнлөк хеҙмәт һәм ял лагерҙары ойошторола. Бынан тыш, 10 күп көнлөк поход, 180 ял көнө походы һәм дүрт экскурсия ҡаралған.
Мәсетле районында етем һәм тәрбиәгә алынған балаларҙың ялын ойоштороу һәм һауыҡтырыу өсөн 676200 һум (25 путевка) бүленгән. Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың ялына һәм һаулыҡтарын нығытыуға – 1677000 һум (62 путевка).
Юллама һатып алыуға сертификатты ата-әсәләр (законлы вәкилдәр) дәүләт системаһының мәғлүмәт порталы (http:/rest.edu-rb.ru) аша ала. Был йәһәттән етем, ҡарауһыҙ ҡалған һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам ҡаралған.
Луиза ЗАКИРОВА.