Бөтә яңылыҡтар

Йәй – күңелле мәл

Йәйге каникул. Күңелле өс ай эсендә балалар көс, энергия туплай, оптимизм менән зарядлана, киләһе уҡыу йылына пландар төҙөй.

Йәй – күңелле мәл
Йәй – күңелле мәл

1 июндән 21-енә тиклем Оло Ыҡтамаҡ лицейында, Башҡорт гимназияһында һәм Абдулла мәктәбендә, 5 июндән 25-енә тиклем Ләмәҙтамаҡ һәм Түбәнге Бобин мәктәптәре базаһында балалар өсөн көндөҙгө лагерҙар эшләй.
Хеҙмәт һәм ял лагерҙары Оло Ыҡтамаҡ лицейы, Башҡорт гимназияһы, Абдулла, Түбәнге Бобин һәм Ләмәҙтамаҡ мәктәптәре базаһында 26 июндән 16 июлгә тиклем ойошторола. Башҡорт гимназияһында шулай уҡ 30 бала өсөн Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто лагеры урынлашасаҡ, 1-се лицейҙа 45 бала өсөн Балалар үҫмеҙәр-спорт мәктәбе лагеры эшләй башлаясаҡ. Тәүлек әйләнәһенә балалар ял иткән “Ҡарлуғас” лагеры беренсе сменаны 19 июндә тамамланы, ә 26 июндән икенсе смена башлана. Мәсетле районында 7 – 14 йәшлек 585 бала йәйге ял менән тәьмин ителә.

Һурәттә: Иртәнге зарядка бөтә көнгә дәрт бирә

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 23 июндә 25е һанында уҡығыҙ.

Автор: