Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ирәмәл тауына мауыҡтырғыс сәйәхәт

Беҙҙең Оло Ыҡтамаҡ лицейында походтарға йөрөү яҡшы йолаға әйләнде. Туризм мәктәп уҡыусыларын һәм өлкәндәрҙе һәр ваҡыт йәлеп итә, шуға ла походтарға ҙур теләк менән йөрөйбөҙ. Бер-берең менән аралашыу теләге, яңы тәьҫораттар һәм мажаралар рухы берләштерә юлға сығыусыларҙы.

Ирәмәл тауына мауыҡтырғыс сәйәхәт
Ирәмәл тауына мауыҡтырғыс сәйәхәт

18 июндә беҙ, 8 “в” һәм “г” синыф уҡыусылары, класс етәкселәребеҙ Элина Мәтиғуллина һәм Зөлфиә Ғилманшина етәкселегендә Силәбе өлкәһенең Катав-Ивановск районында урынлаш-ҡан Оло Ирәмәл тауында булдыҡ.
Беҙҙең юл Төлөк ауылы аша үтте. Төлөк йылғаһы буйында бик матур урын табып, ауыл ситендә ҡуныу өсөн урын һайланыҡ, палаткалар ҡуйҙыҡ, киске аш әҙерләнек. Ялға туҡтаған ерҙә беҙҙе иҫ китмәле пейзаж, тау йылғаларының гөрләп ағыуы һәм мөһабәт тауҙар аръяғына барып байыған алһыу ҡояш хайран ҡалдырҙы. Усаҡ янында гитараға ҡушылып йырланыҡ, уйнаныҡ, шаярыштыҡ. Бында палаткаларҙа йоҡо ла татлы ине.
Иртәнге көн аяҙ һәм сихри: ҡоштар һайрауын тыңлап ләззәтләндек, тауҙарға оҙайлы сәфәргә әҙерләндек.
Тауға күтәрелеү ауыр һәм мауыҡтырғыс булды. Юл башында беҙҙе егерь ҡаршы алды һәм урманда йәшәгән айыу, уның балалары менән осрашҡанда үҙебеҙҙе нисек тоторға өйрәтте. Беҙҙең юлда әленән-әле тау шишмәләре осрап торҙо, ә таш аҫтында тау йылғалары сылтырай. Тау башына барып еткәс, арыу тиҙ онотолдо. Таш өйөмдәренә етер алдынан беҙгә урыны-урыны менән ҡарлы ерҙәр тап булды, ҡар тәмешеп уйнаныҡ, “тау”ҙан шыуҙыҡ.
Ирәмәл түбәһендә беҙҙең өсөн Урал тауҙарының иҫ киткес күренештәре асылды, бындағы матурлыҡҡа хайран ҡалдыҡ. Ирәмәлдең көнбайыш өлөшө таштар менән ҡапланған ҙур Альп болонона оҡшаш. Бындай матурлыҡты тағы ҡайҙа күрерһең?!
Бөтә балаларҙа һәм өлкәндәрҙә ошо сәфәрҙән сағыу һәм ыңғай тәьҫораттар ҡалды. Барыһы ла ауырлыҡтарҙы һәм ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуҙа көс һәм кәрәкле тормош тәжрибәһе тупланы. Йола буйынса, тау башында үҙебеҙ әҙерләгән флагты, шулай уҡ Мәсетле районы флагын ҡуйҙыҡ.
Сәфәребеҙ поход ваҡытында беҙгә ярҙам иткән һәм оҙатып йөрөгән уҡытыусыларыбыҙ һәм ата-әсәләребеҙ, шулай уҡ Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Йәштәр үҙәге, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто етәкселәре һәм уҡытыусылары ярҙамында ойошторолдо.
Оло Ыҡтамаҡ лицейының 8 “в” һәм “г” кластары уҡыусылары.

Ирәмәл тауына мауыҡтырғыс сәйәхәт
Ирәмәл тауына мауыҡтырғыс сәйәхәт
Автор:Лариса Михалькова