Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Походҡа йөрөү – матур йола

Йәй көндәрендә меңәрләгән турис-тар тәбиғәт ҡосағына юллана. Улар унда ял итә, күңел аса, саф һауаһын һулай, тәбиғәт менән һоҡлана, йылға-күлдәрендә һыу инә, балыҡ тота.

Походҡа йөрөү – матур йола
Походҡа йөрөү – матур йола

Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто туристар берләшмәһенең күп көнлөк походтарға йөрөүе матур йолаға әйләнде. Быйыл улар Оло Ыҡтамаҡ ауылынан 600 километр алыҫлыҡта ятҡан Мораҙым тарлауығын һайланы.
12 июлдә Башҡорт гимназияһының туристик түңәрәккә йөрөгән етенсе һәм унынсы класс уҡыусылары мәктәп автобусында сәйәхәткә юлланды. География уҡытыусыһы Гөлназ Рәхимйән ҡыҙы Ниғәмәтйәнова етәкселегендә балаларҙы башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Кәрәмәт ҡыҙы Айсина һәм интернат тәрбиәсеһе Айгөл Рәҡип ҡыҙы Зәбихуллина оҙатып йөрөнө.
– Беҙ юл ыңғайы Ҡырмыҫҡалы районындағы Зәңгәр күлгә туҡталдыҡ,– тип һөйләй унынсы класс уҡыусыһы Гүзәл Ғәүнетдинова. – Иҫ киткес матур, һоҡланғыс күренеш. Күл эсенә төҫлө буяу ҡойғандармы ни? Мөлдөрәмә тулы зәңгәр һыу, әйтерһең дә, күк күлгә ял итергә төшкән. Баҡһаң, уның төбөндәге ҡом-балсыҡ шундай төҫлө минералдарға бай икән. Төҫө арҡаһында уны “Зәңгәр күл” тип йөрөтәләр.
Мәләүез районындағы Варвара быуаһына барып етеп, төнгөлөккә туҡтайҙар. Ваҡытты күңелле үткәреп, көс йыйып, быуала күңел булғансы һыу инеп, юлдарын дауам итәләр.
Икенсе көндө төш ваҡытына сәғәтенә 60 километр тиҙлек менән хәрәкәт иткән мәктәп автобусы йәш туристар-ҙы тәғәйенләнгән урынға алып килеп еткерә һәм уҡыусылар алты урында палатка ҡора.
– Был тәбиғәт паркындағы тормош сағыу, ҡыҙыу, – тип хистәре менән уртаҡлашыуҙы дауам итә Гүзәл. – Мораҙым тарлауығы территорияһына килеп инеү менән Оло Эйек йылғаһы үҙәне буйлап һуҙылған йәйәүлеләр һуҡмағы бер ваҡытта ла буш тормай, ә палатка ҡуйылған лагерҙарҙа буш урындар юҡ, уларҙы яңы туристар биләй. Тәбиғәт паркы янында Мораҙым ауылы урынлашҡан. Паркка инеү менән бейек, текә ҡаяларҙың иҫ киткес күренеше асыла. Улар боронғо диңгеҙҙең барьерлы риф ҡалдыҡтарын хәтерләтә. Беҙ тарлауыҡтың бөтә яғында ла булдыҡ, эсендә мәмерйәһе булған Зәңгәр тау ҡыуышына ла мендек. Тау үренә атлау еңелдән булманы, сөнки һуҡмаҡ ҡапыл ғына текәләнә, әммә беҙ бер секундҡа ла тәбиғәт хозурлығын күреүебеҙгә ышанысыбыҙҙы юғалтманыҡ. Өҫтән, тау ҡыуышынан, йылға яғына табан асылған тәбиғәт матурлығы хайран ҡалдырҙы. Бейек тау башына менгәндә күргән тәьҫораттарҙан хистәр тулып, һулыш алыуы ҡыйынлаша.
Бер тәүлектән һуң сәйәхәтселәр Ишембай ҡалаһы яғына – Торатау шиханына юллана.
– Һуңғы көндөң иртәһе бик күңелле башланды – ҡыҙарып ҡояш ҡалҡты, алһыу таң нурҙары тирә-яҡҡа таралып беҙҙең йөҙҙәрҙә сағылды. Тау башында таң ҡаршылар өсөн иртәнге дүрттә уяндыҡ,– тип бүлешә тәьҫораттары менән уҡыусы. – Тауға менгәндә тыуып килгән ҡояш нурҙарына сумып, беҙҙең һындар үтә күренмәле булды, иң яҡшы төҫтәр унда ҡушылды һәм беҙ уянып килгән лагерь, Стәрлетамаҡ ҡалаһы тирәһен һоҡланып күҙәттек. Торатау – башҡорттарҙың изге ере. Яңғыҙ торған тауҙың башында һин үҙеңде бөтөнләй икенсе итеп тояһың. Барлыҡ уй-борсолоуҙар юғала, күңел таҙара.
Океан кимәленән 406 метр бейеклектә булған тау башында булып, Көньяҡ Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығына һоҡланған сәйәхәтселәр ҡайтыр юлға сыға.
– Туризм һәр ваҡыт мәктәп уҡыусыларын ылыҡтыра: походтарға улар ҙур теләк менән йөрөй, – ти Гөлназ Рәхимйән ҡыҙы. – Формаль булмаған хәл, аралашыу, яңы тәьҫораттар һәм мажаралар үҫмерҙәрҙе һәр ваҡыт үҙенә тартып тора.

Автор:Лариса РИЗВАНОВА