Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бына ниндәй ул беҙҙең йәй

28 июндән 18 июлгә тиклем Оло Ыҡтамаҡ лицейы базаһында “Олимп” көндөҙгө спорт-һауыҡтырыу лагеры эшләне. Бында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүсе 25 бала каникулын файҙа менән үткәрҙе, һаулығын нығытты.

Бына ниндәй ул беҙҙең йәй
Бына ниндәй ул беҙҙең йәй

Смена барышында улар төрлө сараларға ылыҡтырылды. Һәр көн үҙенсәлекле, сағыу тәьҫорат ҡалдырған спорт, күңел асыу уйындары, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыу-ҙар ойошторолдо.
Һәр көн саф һауала йәиһә спорт залында зарядканан
башланды. Иртәнге аштан һуң балалар өсөн һайланған спорт төрө буйынса күнекмәләр уҙҙы. Уҡыусылар дәрес ваҡытында алған белемдәрен “Комета-спорт” ял итеү паркында, “Атлант” стадионында уйын форматында нығытты.
– Хәҙерге гаджеттар заманында мәктәп уҡыусыларының күп ваҡытын өйҙә үткәреүе бер кем өсөн дә яңылыҡ түгел. Шуның өсөн дә беҙ лагерь эшен ойошторғанда аралашыу, физик культура һәм спортҡа акцент яһаныҡ, – тип һөйләй лагерь начальнигы Лилиә Солтанова. – Спорт мәктәбе уҡытыусылары балаларға күңелле, һәр көн иҫтәлекле булһын өсөн бар тырышлыҡтарын һалды.
Спорт лагерында футбол, волейбол буйынса ярыштар уҙҙы, “Атыш” уйыны ойошторолдо. Балалар дөйөм физик әҙерлек һәм ГТО нормативтарын тапшырҙы.
Лагерҙа ике тапҡыр төрлөләндерелгән һәм тәмле итеп әҙерләнгән туҡланыу ойошторолдо. Рационда һут, йогурт, йәшелсә һәм еләк-емеш булды.

Автор:Лариса РИЗВАНОВА