Төрлө йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар аралашып, ижади эш менән шөғөлләнде. Һәр бала өсөн лагерь төрлө мөмкинселектәр асты: берәүҙәр яңы дуҫтар тапты, икенселәр ижади һәләтен үҫтерҙе.
Балалар көн һайын Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте әүҙемселәре менән рух ныҡлығы тупланы – саф һауала иртәнге күнекмә һәм бейеү элементтарын башҡарҙы.
Уҡыусылар лагерь асылған көндө “Ай, будет круто” йырын башҡарҙы, бейене, уйнаны.
Смена барышында балалар һәр сарала әүҙем ҡатнашты, әлбиттә, ижади эш менән дә шөғөлләнде: үҙ аллы “Поп-ит” уйынсығын эшләргә, трафарет ярҙамында натюрморт яһарға өйрәнде, “Күңелле күс”, “Тәлмәрйен”, “Устар менән атлау” һәм башҡа уйындарҙа ҡатнашты, ябай ҡағыҙҙан башня төҙөнө.
“Өс батыр һәм диңгеҙ батшаһы” йәнһүрәте буйынса “Диңгеҙ алышы” балаларҙың күңеленә хуш килде. Улар караптарҙы теҙеү стратегияһын һайланы, дошман карабына “атыу” өсөн пазлдарҙы бина буйлап йыйҙы.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә ял итеүселәр лагерь хеҙмәткәр-ҙәре менән бергә ғаилә ҡиммәттәре хаҡында видеоролик әҙерләне, байрам менән ҡотланы, мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашып йәшәүҙе теләне.
Ысын диңгеҙ юлбаҫарҙары менән байлыҡ эҙләгән “Хазиналар утрауы” уйыны онотолмаҫ тәьҫораттар ҡал-дырҙы.
Уҡыусылар үҙҙәренең һәләттәрен спортта ғына түгел, ижадта ла күрһәтте. Күңелле йырҙар йырланы, бейене, тегенеү оҫтаһы ролендә энә ҡаҙау өсөн матур эшләпә, ҙур сәскә менән открыткалар әҙерләне.
Көндөҙгө лагерҙа ял итеүселәргә “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” инженеры Зөфәр Мөбәрәкшин электр хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре хаҡында һөйләне.
Лагерҙа иртәнге һәм төшкө аш ойошторолған ине. Тәмле һәм файҙалы ризыҡты уларға Башҡорт гимназияһы ашнаҡсылары әҙерләне.
Балалар лагерҙа үҙҙәренә яңы дуҫтар тапты, уйындар өйрәнде, йәй миҙгеленә етәрлек ыңғай эмоциялар туп-ланы.