Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хыялдар тормошҡа аша

Хыял тормошҡа ашһын өсөн уға табан барырға ғына кәрәк, тигән фекер йәшәй. Яңы Яуыш урта мәктәбенең етенсе класс уҡыусыһы Илнур Абдрахмановтың да хыялы була. Ул күп яҡлы бала: призлы урындар ғына алыусы спортсы, шәп бейеүсе һәм мәктәп активисы.

Бер сара ла унһыҙ үтмәй.
Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн быйыл февралдә район мәғариф бүлеге уны Ҡара диңгеҙҙәге “Орленок” бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә путевка менән бүләкләне. Был шатлыҡлы ваҡиғаны ул оҙаҡ йылдарға хәтерендә ҡалдырасаҡ. Унан ҡайтҡас, ул беҙгә бик теләп үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Башҡорт тәбиғәте күренештәре артта ҡалды. Поезда мин йәштәштәрем менән таныштым, илһамланып һөйләшкән арала оҙон юл үткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ, – тип иҫенә төшөрә Илнур.
Уны билдәле йыһан ҡаласығы хөрмәтенә “Звездный” тип аталған лагерға урынлаштыралар. Бында йыһан менән мауығыусы балалар, спортсылар, балалар йәмәғәт ойошмалары һәм берекмәләре лидерҙары, бейеүселәр, хорҙа сығыш яһаусылар, яттан һөйләүселәр һәм вокалсылар, төрлө конкурстар, олимпиадалар һәм фестивалдәр еңеүселәре килә. Яңы танышлыҡтар, яңы дуҫтар, яңы ҡыҙыҡһыныуҙар – быларҙың барыһы ла уның күңелендә тик ыңғай хис-тойғолар ғына уята. Йыһан киңлектәрен, фән асыштарын ул ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә, һәм хатта ҡытай теле дәрестәренә йөрөй.
Илнур лагерҙың бөтә сараларында ла ҡатнаша, конкурстарҙа призлы урындар ала, шуның өсөн дипломдар һәм почет грамоталары менән наградлана.
Бында уға уҡытыусыларҙан алған белемдәре ярҙам итә, әсәһе менән туғандарының һүҙҙәре булыша.
– Был сәфәр миңә яңы көс, өмөт һәм тормошҡа пландар бирҙе, – ти ул.
Уҡыуға яңы көс һәм күтәренке кәйеф менән тотондо Илнур. Алда уны яңы асыштар һәм ҡыҙыҡлы эштәр көтә.
Гөлнур ҒҮМӘРОВА,
Яңы Яуыш урта мәктәбе уҡытыусыһы.