Бушлай путевка алырға хоҡуҡлылар:
а) аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә, йәғни уртаса йән башына килемдәре балаға йәшәү минимумы “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү тәртибе тураһында” Башҡортостан Республикаһы законының 4-се статьяһының 1-се һәм 2-се өлөштәренә ярашлы билдәләнгән дәүмәлдән артмаған ғаиләләрҙә йәшәгән балалар;
б) үҙ-үҙҙәрен хеҙмәтләндерергә һәләтле инвалид балалар;
в) ҡораллы һәм милләт-ара конфликттар, экологик һәм техноген катастрофалар, стихиялы бәлә-ҡазалар ҡорбаны булған балалар;
г)ҡасаҡтар һәм мәжбүри күсенеүселәр ғаиләләрендәге балалар ;
д) экстремаль шарттарҙа ҡалған балалар;
е) көс ҡулланыу ҡорбандары булған балалар;
ж) килеп тыуған хәл-шарттар һөҙөмтәһендә йәшәү эшмәкәрлектәре объектив боҙолған һәм әлеге хәл-шарттарҙы үҙ аллы йәки ғаилә ярҙамында еңә алмаған балалар, шул иҫәптән соиаль хеҙмәтләндереү ойошмалары тәрбиәләнеүселәре.
Ҡаланан ситтәге стационар лагерҙарға бушлай путевкалар алыу өсөн заявкалар 2020 йылдың 1 майына тиклем Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 29/1 адресы буйынса район мәғариф бүлегендә ҡабул ителә. Бөтә һорауҙар буйынса балаларҙы йәй ял иттереү һәм сәләмәтләндереү буйынса координатор Альбина Ғәлимоваға мөрәжәғәт итергә. Тел. 8 (34770) 2-00-09.