Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Балаларҙың йәйге ялы
6 Сентябрь 2019, 16:01

Мажаралар донъяһы

Ғәҙәттәгесә, 26 августан 28-нә тиклем Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн бер нисә көнлөк поход ойошторолдо. Уны өҫтәмә белем биреү педагогтары Наилә Латипова, Фаил Хәйретдинов һәм Анзалита Мусина етәкләне.

Өс көн эсендә беҙҙең туристар күп нәмәгә өлгөрҙө. Тәүге көндө иртә таңдан йыйылып, юлға сыҡтыҡ. Кискә табан тәғәйенләнгән урынға – таҙа, үтә күренмәле һыуы менән дан тотҡан Ҡан-дракүлгә килеп еттек. Ул Туймазы районында урынлашҡан һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора, ә яр буйы зонаһы – ҡурсаулыҡ. Күлдең яр буйында күп төрлө үҫемлектәр бар. Улар араһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән дарыу үләндәре һәм ылымыҡтар осрай.

Яр буйында беҙ ял итеү урынын ҡорҙоҡ һәм тәмле бутҡа бешерҙек. Киске аштан һуң яр буйлап йөрөп килергә, шулай уҡ урындағы үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын өйрәнергә өлгөр-ҙөк.

Икенсе көн беҙ Асылыкүлгә юл тоттоҡ. Миллион йылдар элек күлдең урыны бурташ, гипс кеүек тау тоҡомдарының уйылыуынан Бәләбәй ҡалҡыу-лығының киң уйпатлығында хасил бул-ған. Уның һыуы әҙерәк тоҙло.

Артабан беҙ Шарлама шарлауығына юлландыҡ. Ул күлдән алыҫ түгел, Буран-ғол ауылынан һуң урынлашҡан. Уның бейеклеге – 12 метр. Шарлауыҡтың матурлығына һоҡланып туйғандан һуң, беҙ үҙебеҙҙең лагерға ҡайттыҡ. киске аштан һуң, усаҡ янында йырлап, кис ултырҙыҡ.

Өсөнсө көндө беҙ ҡайтырға сыҡтыҡ. юл ыңғайы тағы ла бер иҫ киткес урынға туҡталдыҡ. Ул Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан Зәңгәр күл. Был уникаль күл-шишмәнең түңәрәк формала булыуы уның карст соҡоронда барлыҡҡа килеүен аңлата. Уның майҙаны ҙур түгел – 400 квадрат метр-ҙан артмай, ләкин гидрологик ҡомартҡы статусына эйә иҫ киткес һыу ятҡылығы ул. Күлдең исеме уның төҫөнән сығып бирелгән. Һыуҙың төҫө яҡтылыҡ нур- ҙарының һыныуына ғына түгел, ә төбөндә зәңгәр балсыҡтың булыуына ла бәйле.

Өйгә кискә ҡайтып еттек. Хатта һыуыҡ һәм ямғырлы көндәр ҙә беҙҙең кәйефте ҡыра алманы. Ваҡыт бик тиҙ үтеп китте. Балалар сәфәрҙән ҡыуанып ҡайтты. Был ҙур булмаған поход егет һәм ҡыҙҙарҙың хәтерендә йәйҙең иң сағыу көндәренең береһе, ә ҡайһылары өсөн мажаралар донъяһына тәүге аҙым булып һаҡланасаҡ!


Наилә ЛАТИПОВА,

өҫтәмә белем биреү педагогы.