Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙыҡлы эштәр һәм ваҡиғалар

Мәсетле районында июнь башында 20 көндөҙ ял итеү лагеры, 10 хеҙмәт һәм ял лагеры, шулай уҡ Мәсетле балалар шифаханаһы балалар өсөн ишектәрен асты. Уларҙа барлығы 1265 бала ял итә.

“Ҡарлуғас” стационар балаларҙы сәләмәтләндереү лагеры 28 майҙа эш башланы. Уны асыу тантанаһы Балаларҙы яҡлау көнөнә тура килде. Малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы район мәғариф бүлегенең төп белгесе Альбина Ғәлимова сәләмләне һәм уларға уңыштар, яҡшы ял, оптимизм, ҡояшлы көндәр теләне. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы Вадим Шәрипов юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙө һәм уларҙы үтәргә өндәне. Балаларға өгөт-нәсихәттәр һәм изге теләктәр менән лагерь начальнигы Айгөл Зәбихуллина ла мөрәжәғәт итте.

Артабан “Экстрим”, “Золото нации”, “Люди Икс” һәм “Сенсация” отрядтары үҙ визиткалары менән таныштырҙы, йырланы, бейене, йомаҡтар систе, “Шалҡан” рус халыҡ әкиәтен заманса ҡалыпҡа һалып сәхнәләштерҙе.

Быйыл “Ҡарлуғас” лагерының беренсе заезына 71 ял итеүсе килгән. Улар өсөн ижади ҡарашлы вожатыйҙар Айгөл Ғәббәсова, Венера Шафиҡова, Алина Шафиҡова, Алһыу Низаева һәм Яна Паузе көн һайын бихисап күңел асыу саралары һәм конкурстар уҙғара. Туҡланыу-ҙы ашхана мөдире Рәмзиҙә Ғабдулхакова етәкселегендәге иң яҡшы ашнаҡсылар тәьмин итә, улар балаларҙың аш-һыуы баланслы, витаминлы һәм туҡлыҡлы булһын өсөн барыһын да эшләй. Ғөмүмән, лагерь эшенә йәлеп ителгән бөтә хеҙмәткәр-ҙәр ҙә балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, файҙалы һәм хәүефһеҙ итергә тырыша.