Бөтә яңылыҡтар
Балаларҙың йәйге ялы
7 Август 2018, 11:47

Тыуған яҡ буйлап сәйәхәт

14 июлдән 18-енә тиклем Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн бер нисә көнлөк поход ойошторолғайны, уның барышында балалар республикабыҙҙың һәм Силәбе өлкәһенең 12 районы һәм 10 ҡалаһы буйлап үтте.

Беҙ Көньяҡ Уралдың иң киң танылған мәмерйәләренең береһе – Шүлгәндә булдыҡ. Ул Ағиҙел буйындағы Шүлгәнташ ҡурсаулығында урынлашҡан. Мәмерйәгә ингән ер 30 метр бейеклектәге йәмле портал менән ослана. Ер аҫтындағы ғәйәт ҙур залдарҙың диуарҙарында XX быуат уртаһында 18 мең йыл самаһы элек боронғо кешеләр тарафынан ҡалдырылған хайуандар һүрәттәре һәм ритуаль билдәләр табыла. Үкенескә күрә, әлеге мәлдә һүрәттәрҙең төп нөсхәләре килеүселәрҙең ҡараштарынан йәшерелгән, һәм туристар уларҙың тик күсермәләрен генә күрә ала. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, балалар ҡабатланмаҫ тарих ҡомартҡыһын күреүҙәренә бик шат булды.

Киләһе туҡталышыбыҙ Мораҙым тарлауығында булды. Был тәбиғи парк хаҡлы рәүештә Башҡортостанда ғына түгел, ә бөтә ил буйынса иң матур урындарҙың береһе булып иҫәпләнә. Ул – йәмле Оло Эйек йылғаһы буйлап һуҙылған ҡаялы тар тәрән үҙәнлек. Әлеге тәбиғи паркта уның бик күп мәмерйәләре һәм тау ҡыуышлыҡтары (бында уларҙың һаны – 46) сәйәхәтселәр өсөн иң ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Унда беҙ ике көн булдыҡ һәм шул ваҡыт эсендә Яңы Мораҙым һәм Иҫке Мораҙым мәмерйә-ләрендә, Күгәрсен тау ҡыуышында булып өлгөрҙөк, унда беҙ ҡыҙыҡлы исемдәр менән төрлө залдар күрҙек. Мәҫәлән, Концерт залы. Мәмерйә хужаһы – Мораҙым бабай менән таныштыҡ, стеналарындағы ғәрәп яҙыуын да, шарлауыҡтарҙы ла күрҙек. Ә Иҫке Мораҙым мәмерйәһендә беҙ боронғо кешеләрҙең ҡаяларға төшөргән һүрәттәренең төп нөсхәләренә ҡарай алдыҡ. Күгәрсен ҡыуышы тип унда ҡырағай күгәрсендәр оялағанға күрә атағандар. Балаларға барыһынан да бигерәк Яңы Мораҙым мәмерйәһендә оҡшаны.

Наилә ЛАТИПОВА,

өҫтәмә белем биреү педагогы.