Бөтә яңылыҡтар

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн байрам

Үткән аҙнала инвалид балалар өсөн матур байрам – һабантуй уҙғарылды. Ул инде өсөнсө йыл ойошторола һәм яҡшы традицияға әйләнеп бара. Мәсетле районының “Теплая” сик буйы заставаһы эргәһендә балаларҙы ирекмәндәр ҡаршы алып, уларға шарҙар бүләк итте.

Бер нисә йыл элек район инвалидтар йәмғиәте һабантуй уҙғарыу инициативаһы менән сығыш яһағайны, бағыусылар ҙа табылды. Быйылғы һабан-туйҙы район инвалидтар ойошмаһы, район хакимиәте һәм райондың ата-әсәләр комитеты ойошторҙо. Сара яҙ ҡуйылған хәйриә концертынан йыйылған средстволарға уҙғарылды. Шулай уҡ бағыусылар Ангелина Никелева, Наталья Зырянова, Ригалетта Русинова ярҙам итте. Ә Оло Аҡа ауылынан Рөстәм Сибәғәтуллин балаларға ултырып йөрөп рәхәтләнеп күңел асһын өсөн атын биреп торҙо. Азамат хәҙрәт былау әҙер- ләне. Социаль яҡлау бүлеге балаларҙы һабантуй уҙғарыу урынына алып барыу өсөн ГАЗель машинаһы менән тәьмин итте.

Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто ирекмәндәре уйын программаһы ойошторҙо. Төрлө әкиәт персонаждары: Юлбарыҫ, йәйғор төҫлө Пони, Бәшмәк, Сысҡан, Әкиәт феяһы, Ҡыҙыл кәпәс һәм Төлкө сара дауамында балаларҙың күңелен асты. Ирекмәндәр Ренат Вәлиев, Диана Нәҙриева, Карина Таксанова, Альбина Вәлиева, Диана Ғиздуллина, Айбулат Ғәйнанов әкиәт геройҙары костюмдарында балалар менән оҫтаханаларҙа уйнаны. Рәсем оҫтаханаһына һүрәт төшөрөргә яратыусылар йыйылды. Һабын күбектәре тамашаһында күптәр эре-эре һабын ҡыуыҡтары осороп ҡараны. Төҙөргә, сүкеш менән эшләргә, сөй ҡағырға яратҡандар өсөн “Өй төҙөү” оҫтаханаһы ойошторолғайны. Балаларға шулай уҡ лабиринт буйлап үтеү, ҡомлоҡта уйнау, атта йөрөү һәм бейеү оҡшаны. Һәр бер оҫтаханала балаларға йәйғор киҫәктәре таратылды. Күңел асыу сараһы һуңында һәр бала үҙ киҫәген дөйөм берәүгә йәбештерҙе һәм бөтөн бер йәйғор килеп сыҡты. Балаларға шулай уҡ татлы сюрприз әҙерләгәйнеләр.

“Ғаилә” район-ара үҙәге мөдире Фирүзә Шабакова, сараның маҡсаты – балаларҙың күңелен асыу, уларға тәбиғәткә сығыу, ял итеү, дуҫтар табыу мөмкинлеге биреү, тине. Районда инвалид балалар һаны – 90-дан ашыу. Һабантуйҙа барыһы ла була алманы, әлбиттә.

Сарала ҡатнашыусы Дамир Әхмәҙиев менән Денис Латиповҡа һабантуй бик оҡшаны. Денис яңы дуҫтар тапты, төрлө уйындарҙа ҡатнашты.

Матанат Кашапова үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты: “Бик шәп байрам. Барыһы ла яҡшы ойошторолған. Балалар ҙур шатлыҡ кисерҙе. Кесе ҡыҙымдың хатта бынан ҡайт-ҡыһы ла килмәй. Был сараға беҙ беренсе тапҡыр килдек, барыһынан да ҡәнәғәтбеҙ. Байрам өсөн бөтәһенә лә, айырыуса ирекмәндәргә, рәхмәт”.

Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.