Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Зыяраткүл һырты түбәһендә

Район Пионерҙар һәм уҡыу-сылар йорто тәрбиәләнеүселәре һәм активистары Силәбе өлкәһенең таулы йөрәге – Зыяраткүлгә барыуҙы түҙемһеҙлек менән көттө.

Поход алдынан республиканан ситкә сығыр өсөн структуралар һәм органдарҙы яраштырыу процесы барҙы.

Бына, ниһайәт, беҙ “Зыяраткүл милли паркы” күрһәткесе алдында торабыҙ. Трассанан паркка тиклем 25 км. Паркка инеү түләүле – һәр кешенән 50-100 һум. Был средстволар парк территорияһын төҙөкләндереүгә һәм таҙалыҡта тотоуға китә.

Беҙ территорияға инеп киттек. Беҙҙең алда Уралдың иң бейек таулы күлдәренең береһе асылды. Уны тау һырттары уратып алған, әйтерһең дә, табаҡ эсендә. Зыяраткүлгә ҙур булмаған туғыҙ йылға ҡоя, ә бары тик берәү – Ҙур Һатҡы ғына ағып сыға.

Лагерь ҡороп, балалар Зыяраткүл һыртына менергә әҙерләнә башланы. Беҙ етерлек күләмдә һыу, баш кейемдәре алдыҡ һәм аяҡтарҙың түбәнге өлөшөн ныҡлап ҡапланыҡ, сөнки экологик һуҡмаҡтан үткәндә, ҡырмыҫҡалар кеше өҫтөнә менергә әҙер генә тора. Юлдан тау итәгенә ҡәҙәр ысын мәғәнәһендә ағас тротуар булған экологик һуҡмаҡ һалынған. Унан һис бер әҙерлеге булмаған теләгән бер үткенсе турист үтә ала. Тик… үргә күтәрелә башлағансы ғына. Артабан һуҡмаҡ таш ишелмәләре менән ҡуйы шыршылыҡ һәм аҡ шыршылыҡ араһынан бормаланып-бормаланып китә.

Үр бик ҡатмарлы. Түбәгә тиклемге һуңғы километрҙар ныҡ иҫтә ҡалды. Ифрат ҙур таштар-ҙағы уҡтар һәм ағастарға бәйләнгән алһыу таҫмалар беҙгә дөрөҫ йүнәлеш биреп торҙо.

Тау түбәһендә беҙҙең алда айырым-айырым күккә олғашыусы ҡаялары менән һауа киңлеге асылды.

Беҙ 3,5-4 сәғәттә 12 км үттек. Унан инде кисен генә төштөк. Ашыҡманыҡ, ландшафт менән ләззәтләндек, күргәндәребеҙҙе фотоаппараттарға төшөрөп ҡалырға тырыштыҡ.

Лагерға еңелсә арып, сағыу тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Йоҡлар алдынан шәфәҡҡә ҡарап һоҡландыҡ. Бай йөкмәткеле көнөбөҙ усаҡ эргәһендә гитараға ҡушылып йырлауҙар һәм әңгәмәләр менән күңелле тамамланды.

Мин үҙем Зыяраткүлдә өсөнсө тапҡыр булдым. Был юлы – оҙатып йөрөүсе ролендә. Мускулдарҙағы ауыртыу тынды, тимәк, икенсе үргә менеүҙе планлаштырырға ваҡыт. Бер түбәгә ирешкәндән һуң, шунда уҡ икенсеһен эҙләргә кәрәк икәнлеген мин һәр ваҡыт иҫтә тотам.

Сәйәхәт итегеҙ һәм тәбиғәтте һаҡлағыҙ!

Наталья БАУЭР,

Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы.