Бөтә яңылыҡтар

“Всплеск” лагеры – райондың лидерҙары өсөн

18 июлдә Башҡорт гимназияһы базаһында “Всплеск” район лагеры үҙенең ишектәрен асты. Унда 5-се кластан 7-гә тиклем лидерлыҡ сифаттарына эйә 23 уҡыусы ял итәсәк.

Балалар ете көн дауамында “Берҙәмлек” инструкторҙар клубы вожатыйҙары һәм ирекмәндәре тарафынан әҙерләнгән “Йондоҙло университет” программаһы (етәксеһе Наталья Бауер) буйынса йәшәйәсәк. Программаның асылы шунда: егет һәм ҡыҙҙар “университетҡа” эләгеп, студент буласаҡ, шулай уҡ бай эстәлекле программаларҙа ҡатнашып шәхси “йондоҙҙар” йыясаҡ. Бөтә балалар ҙа “ник”тар – йыһан менән бәйле уйҙырма исемдәр аҫтында йәшәйәсәк. Лагерҙа тәрбиәләнеүселәр “Диңгеҙ пираттары” менән осрашасаҡ, “Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте” көсө” квесында, “Мин – командала” тематик уйынында һәм башҡа бик күп сараларҙа ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ макраме, туризм һәм бард йырҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Лагерь йомғаҡтары буйынса һәр тәрбиәләнеүсе исемле таныҡлыҡҡа эйә буласаҡ, ә иң яҡшылары “йондоҙло” дипломдар менән бүләкләнәсәк.

Тәүге көндө балалар лагерь программаһы, педагогтар һәм инструкторҙар менән танышты, өс факультетҡа бүленеп, үҙҙәренең “башлыҡ”тарын һайланы.

Педагогтарҙың иң мөһим ярҙамсылары “Берҙәмлек” инструкторҙар клубының ағзалары Ләйсән Ғәйфуллина, Елизавета Бадамшина, Нурсилә Хафизова, Юлиә Собханҡолова, Альбина Вәлиева, Диана Нәҙриева, Зөлфиә Хафизова һәм София Йомағолова булды. Лагерь етәксеһе – Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы Наталья Владимировна Бауэр.

–Лагерҙың тарихы бай. Тәү тапҡыр программа 2013 йылда үткәрелде. Биш йылдан һуң райондың мәғариф бүлеге “Всплеск” профилле лидерҙар лагерын балаларҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн бөтә шарттар булған Башҡорт гимназияһы базаһында үткәрергә рөхсәт итеүенә шатбыҙ,–ти ул.

Уҡыусыларҙы алда бик күп ҡыҙыҡлы саралар һәм осрашыуҙар көтә. Тәжрибәле һәм креатив ойоштороусылар тырышлығы менән лагерҙа тәрбиәләнеүселәрҙең һәр көнө фәһемле буласаҡ. Балаларға күңел күтәренкелеге, бөтмәҫ дәрт, киләсәккә ышаныс һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Айгөл ШАРАПОВА.