Бөтә яңылыҡтар

Ғаиләм – минең терәгем

Йәйҙең иң ҡыҙыу мәле. “Ҡарлуғас” лагерында ял иткән балаларҙың күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыттары юҡ, сөнки улар өсөн бик күп конкурстар, экскурсиялар һәм мауыҡтырғыс саралар уҙғарыла.

Лагерҙа йыл һайын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө байрамы үткәрелә. Быйыл да “Ғаиләм – минең терәгем” исемле уйын формаһында байрам ойошторолдо. Уның үҙәгендә аҡ сәскә гөлләмәһе– ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы символы булды.

Балалар сараға үҙҙәренең һүрәттәре менән килде. Уларҙан “Ғаилә–ниәттәр һәм эштәр берҙәмлеге” коллажы төҙөлдө.

Оло Ыҡтамаҡ китапханаһының 27-се филиалы китапханасыһы Людмила Крючкова егет һәм ҡыҙҙарҙы байрам тарихы менән таныштырҙы, христиан дине изгеләре Петр һәм Феврония тураһында һөйләне. Уның йыл дауамында үткәргән төрлө фәһемле саралары балаларға бик оҡшай. Шуға ла ул лагерҙа ял итеүселәрҙең даими һәм яратҡан ҡунағы.

Сара барышында балалар ғаилә тураһындағы викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Дөрөҫ яуап өсөн миҙал-наклейкалар бирелде. Байрам һуңында еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Артистарса оҫта башҡарыу конкурсы барыһының дә күңеленә хуш килде. Балалар оҫта импровизация яһаны, ижади таланттарын асты. Көнкүреш темаларға ла уйындар булды: нисек һеҙ эҫе кәстрүлде бер ниһеҙ урынынан күсерер, серекәйҙе эҙләр, ауыҙ тулы эҫе бәрәңге менән шиғыр һөйләр инегеҙ.

Байрам һуңында китапханасы балаларҙың туғандары һәм яҡындары менән татыу йәшәүҙәрен, уларҙы яратыуҙарын һәм хөрмәт итеүҙәрен теләне.

Айгөл ЗӘБИХУЛЛИНА, “Ҡарлуғас”лагеры етәксеһе.