Гөлминаз Абдрахманова (12 йәш), Яңы Яуыш ауылы:
– Шифаханалағы һәр бер ял көнө – ул ваҡиғалар калейдоскобы. Талантлы вожатыйҙарыбыҙ беҙҙең өсөн конкурстар, ярыштар, дискотекалар уҙғара. Бында бик күңелле булһа ла, мин барыбер өйөмдө һағынам.
Әҙилә Ғүмәрова (13 йәш), Ясин ауылы:
– Бында миңә бик оҡшай. Бүлмәләр йәмле, көнөнә биш тапҡыр ашаталар. Бик тәмле бешерәләр. Беҙҙең “Йәйғор” отрядында 11 ҡыҙ һәм 18 малай. Беҙ барыбыҙ ҙа бер-беребеҙҙән позитив, ыңғай хис- тойғолар алып дуҫ, татыу бер ғаилә булып йәшәйбеҙ. Бында Баш-ҡортостандың төрлө мөйөштәренән күп дуҫтарым барлыҡҡа килде.
Айлина Шарапова (11 йәш), Оло Ыҡтамаҡ ауылы:
– Күңел асыу программаһынан тыш, бында беҙ һауыҡтырыу процедуралары үтәбеҙ. Мин тоҙ шахтаһына, ингаляцияға, физкабинет-ҡа, дауалаусы физкультураға һәм массажға йөрөйөм. Шулай уҡ миңә фитобар оҡшай, унда беҙҙе дарыу үләндәре менән әҙерләнгән һыу менән һыйлайҙар. Миңә дауалаусы табибым “Горец” сәйе һәм татлы тамыр коктейле тәғәйенләне.