Бөтә яңылыҡтар

Каникул дауам итә!

Дүртенсе июндә балалар өсөн көндөҙгө сәләмәтләндереү лагерҙары эшләй башланы.

1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейында асылған “Йәйғор” балалар лагерында һәр көндө күңелле йыр аҫтында дәррәү зарядка яһауҙан башлайҙар. Балалар вожатыйҙар командаһы менән ҡатмарлы булмаған күнекмәләрҙе еңел генә, күңелле итеп, әүҙем башҡара. Саф һауала эшләнгән зарядка – йоҡонан уяныу, иртәне позитивта башлау, көс йыйыу һәм иртәнге ашҡа аппетит асыуҙың яҡшы ысулы. Зарядканан һуң шунда уҡ иртәнге аш ашала. Һөткә бешерелгән бутҡалар, аштар, балыҡ һәм иттән бешерелгән ҡайнар ризыҡтар, шулай уҡ һуттар, емештәр һәм яңы өлгөргән йәшелсәләр – мәктәп ашханаһында көнөнә ике туҡланыу был көндәрҙә төрлөлөгө менән айырылып тора һәм витаминдарға бай булыуы менән һөйөндөрә. Ә файҙалы һәм тәмле ризыҡтарҙы Сәлимә Миндебаева етәкселегендәге алты ашнаҡсы әҙерләй...


Айгөл ШАРАПОВА.