7 июндә “Ҡарлуғас” һауыҡтырыу лагерының беренсе сменаһы тантаналы асылды, унда 70 бала каникулын күңелле һәм һаулығы өсөн файҙалы итеп үткәрәсәк.
Тантаналы сараға балалар алдан уҡ әҙерләнгән – йырҙар, өндәмәләр һәм девиздар ятлаған. Отряд командирҙары өлкән вожатыйға сменаны асыуға әҙерлек тураһында рапорт бирҙе. Байрам ҡунаҡтарын район мәғариф бүлегенең баш белгесе Альбина Ғәлимова, лагерь етәксеһе Айгөл Зәбихуллина һәм Башҡорт гимназияһының тәрбиә эше буйынса завучы Вәсимә Коженкова ҡотлау һүҙҙәре менән сәләмләне. Улар балаларға ҡояшлы көндәрҙең күберәк булыуын, сағыу һәм шатлыҡлы тәьҫораттар теләне.
Сара һуңында балалар һәм вожатыйҙар бәләкәй генә концерт күрһәтте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Ҡарлуғас” лагеры һигеҙенсе йыл рәттән балаларҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылы Баш-ҡорт гимназияһында ҡабул итә. Лагерҙа уҡыусыларҙың күңелле һәм ҡыҙыҡлы ялы өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Уның территорияһы таҙа һәм төҙөк. Балалар өс һәм дүрт урынлы бүлмәләрҙә йәшәй, һәр бер ҡатта душ, тамаша һәм спорт залдары, йөҙ урынлыҡ ашхана бар. Ижади эшләүсе һәм әүҙем вожатыйҙар Айгөл Ғәббәсова, Рәмис Таһиров, Венера Шафиҡова, Эльвина Ғәлимова һәм Гәүһәр Хафизова төрлө мауыҡтыр-ғыс программа әҙерләгән.
Лагерҙа сәләмәтләндереү процедураларына айырым иғтибар бүленә. Физик тәрбиә биреү буйынса инструктор Айҙар Хужин спорт күнекмәләре уҙғара, балаларҙы саф һауала йөрөтә. Ашхана мөдире Рәмзиә Ғабдулхаҡова етәкселегендәге иң яҡшы ашнаҡсылар балаларҙың туҡланыуын тәьмин итә. Лагерь эшенә бөтәһе 24 кеше йәлеп ителгән.
Алда –ҡыҙыҡлы тотош бер смена. Балаларға яҡшы ял, күп ыңғай хис-тойғолар һәм яңы дуҫтар теләйбеҙ!