Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сәләмәтләндереү кампанияһына район уҡыусыларының 88 проценты йәлеп ителәсәк

Йәйге каникул осоронда мәктәп уҡыусыларын, шул иҫәптән ауыр тормош хәлендәге балаларҙы сәләмәтләндереү, ял һәм мәшғүллектәрен ойоштороу традицион ял төрҙәрен һаҡлап ҡалған: көндөҙгө лагерҙарҙа, ауылдан ситтәге “Ҡарлуғас” стационар лагерындағы ял, балалар шифаханаларында сәләмәтләндереү, профилле сменалар, профилле лагерь, уҡыусыларҙың хеҙмәт берләшмәләре, балиғ булмағандарҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу һәм ял итеүҙең аҙ сығымлы формалары.

Балалар ялын тәьмин итеү өсөн 2018 йылда республика бюджетынан вәкәләтле муниципаль органға (район мәғариф бүлегенә) 4243300 һум аҡсалата субвенциялар бүленгән, был былтырғынан 598800 һумға аҙыраҡ, үткән йыл субвенция суммаһы 4842100 һум тәшкил итә ине. Етем балалар һәм опекалағы балалар ялын ойоштороуға айырым 1387700 һум бүленгән, былтырғыға ҡарағанда 337900 һумға аҙыраҡ (1725600 һум тәшкил итә ине).

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегенә күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге һәм ауыр тормош хәлендәге ғаиләләрҙән булған 20 баланы сәләмәтләндереүгә республика бюджетынан бер балаға 16968 һум иҫәбенән 339360 һум бүленгән (“Ҡарлуғас” лагерында сәләмәтләндереү өсөн).

4 июндән 24-енә тиклем 18 дөйөм урта һәм төп белем биреү мәктәптәрендәге көндөҙ ял итә торған сәләмәтләндереү лагерҙарында бер заезда 7-нән 14 йәшкә тиклемге 1004 баланың ялы планлаштырыла, уларҙың 563-ө – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙән булған балалар (бер балаға көнөнә ике тапҡыр туҡланыуға 108 һум ҡарала), шулай уҡ спорт йүнәлешендәге “Олимп” профилле сменаһы эшләйәсәк (20 бала – 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейы базаһында).

“Ҡарлуғас” сәләмәтләндереү лагерында (1-се заезд – 4 июндән 24-енә тиклем, 2-сеһе – 26 июндән 16 июлгә тиклем) 140 мәктәп уҡыусыһын сәләмәтләндереү планлаштырыла (уларҙың 30-ҙы – етем балалар, 20-һе – социаль яҡлау линияһы буйынса ауыр тормош хәлендәге балалар). 1 койка-көндөң хаҡы – 808 һум. Путевканың тулы хаҡы 16968 һум тәшкил итә.

Мәсетле балалар шифаханаһында 74 баланың һаулығын нығытыу көтөлә (шуларҙың 30-ҙы – район ойошмалары һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәре балалары, 44-те – етем һәм ҡарауға алынған балалар.) Путевканың хаҡы 23676 һум тәшкил итә, шуның 19698 һумы – вәкәләтле орган иҫәбенә, Башҡортостан Республикаһы субвенцияһы иҫәбенә, 3978 һумы – ата-әсәләр иғәнәһе. 2017 йылда беҙҙең шифаханала ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең 71 балаһы ял итте, ә опекала һәм ҡарауҙа булған 70 бала “Аҡбуҙат” шифаханаһында сәләмәтлектәрен нығытты.

Йәйге каникул ваҡытында балаларҙың ялын ойоштороуға муниципаль бюджеттан 420000 һум бүленгән, был уҙған йылдағынан 45000 һумға күберәк. Бүленгән сумманы уҡыусыларҙың хеҙмәт берләшмәләренә, профилле лагерҙарға, күп көнлөк походтарға йүнәлтеү планлаштырыла.

16 хеҙмәт берләшмәләрендә 10 көн дауамында шәхси график буйынса (ашатыу менән, бер балаға– 133 һум) мәктәптәрҙә 242 юғары класс уҡыу-сылары, шул иҫәптән ауыр тормош хәлендәге 92 бала шөғөлләнәсәк.

18 – 24 июлдә Башҡорт гимназияһында лидер йүнәлешле “Всплеск” профилле лагерында 23 бала буласаҡ.

Муниципаль бюджеттан йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлегенә айырым аҡса бүленгән. “Тыныслыҡ территорияһы” палаткалы профилле лагерҙа 30 уҡыусы, шул иҫәптән ауыр тормош хәлендәге 16 бала ял итәсәк.

Мәсетле районы буйынса Халыҡ мәшғүллеге үҙәге менән берлектә 14-18 йәшлек 40 уҡыусы өсөн йәйге осорҙа ваҡытлыса эш урындары булдырыу ҡаралған. Бигерәк тә профилактик иҫәптә торған үҫмерҙәргә иғтибар бүленәсәк.

Ял итеүҙең киң таралған формаһы булып аҙ сығымлылары һанала ( күп көнлөк һәм бер көнлөк походтар). Был йүнәлештә 860 уҡыусының ялы планлаштырыла.

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге буйынса күп көнлөк 2 походҡа 90 бала йәлеп ителәсәк.

Бөгөн Мәсетле районы территорияһында балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең ялын, уларҙы сәләмәтләндереүҙе һәм мәшғүллеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссия составы раҫланды, 2018 йылғы һауыҡтырыу кампанияһы планы әҙер, шифахана-һауыҡтырыу учреждениеларында хеҙмәткәрҙәр балаларын һауыҡтырыуға заявка биргән район предприятиелары һәм ойошмалары араһында квота билдәләнә.

Йәйге һауыҡтырыу кампанияһы ваҡытында ялға бөтәһе 2525 уҡыу-сыны йәлеп итеү көтөлә, ә был уҡыу-сыларҙың 88 процентын тәшкил итә.

Район мәғариф бүлеге.