Бөтә яңылыҡтар
Баҫылғанға кире ҡайтып
7 Декабрь 2017, 17:46

Беҙ хәтерләйбеҙ һеҙҙе, тәүге уҡытыусыбыҙ!

“Мәсетле тормошо” гәзитенең 28 ноябре һанында комсомол, спортсы һәм активист Евгения Топычканова тураһында мәҡәлә сыҡты. Шуны фото менән тулыландырғы килә.

Билдәләнгән ике йылын Свердловск өлкәһендә эшләгәндән һуң, Евгения Яковлевна Оло Ыҡтамаҡ ауылына әйләнеп ҡайтты. Ул беҙҙең тәүге уҡытыусы булды ла. Салауат Юлаев һәм ағалы-ҡустылы Жильцовтар урамы сатында ағас өй бар. Беҙ шунда бер кабинетта ике класс уҡыныҡ. Евгения Яковлевнаның хеҙмәт эшмәкәрлегендә беҙ беренсе уҡыусылары булыуы бик аҙҙарға билдәле.

Шул ваҡыттан алып 55 йыл ғүмер үтеп тә китте. Фотола булғандарҙың хәҙер инде күбеһе иҫән түгел. Ләкин беҙ тәүге уҡытыусыбыҙҙы яҡшы хәтерләйбеҙ.

Бөгөн Оло Ыҡтамаҡ ауылында ике ҙур мәктәп – лицей һәм гимназия бар. Ләкин беҙ 1960-1962 йылдарҙа белем алған бина әле лә тора. Уның эргәһенән үткәндә бәхетле мәктәп йылдары иҫкә төшә.

Рәҡия ӘХМӘТЙӘНОВА, Оло Ыҡтамаҡ ауылы.


Беренсе рәттә: Лиза Жильцова, Надя Крашенинникова, Галя Новоселова, Рәҡия Әхмәт- йәнова, Люба Жильцова, Валя Крючкова, Люба Андреева, Рәсимә Йосопова, Таня Шабанова, Ф. Салауатова.

Икенсе рәттә: Рәфҡәт Фәрхетдинов, Вова Лаптев, Саша Крючков, Леня Жданов, Слава Крючков, Вова Поспелов, Гена Әхмәтйәнов, Сергей Чебыкин, Леня Унжаков, Хәмит Ҡолов, Сергей Акулов, Витя Дергачев. Евгения Яковлевна Паначева – уртала.