Кафеның ярты йыл элек асылыуына ҡарамаҫтан, ул байтаҡ мәсетлеләрҙең ярат-ҡан урынына әүерелде. Был хаҡта клиенттарҙың социаль селтәрҙәге һоҡланыулы фекерҙәре һөйләй.
Кафе бында туҡланыусыларҙы үҙенең тәмле һәм ҡайнар аш-һыуы, өйҙәге кеүек йәмле атмосфераһы менән һөйөндөрә. Кафены йәш эшҡыуар Дарья Зырянова асты. Шуға күрә бина интерьеры заманса стилдә биҙәлгән. Заман менән бергә атлау өсөн ашнаҡсылар республиканың алдынғы ашнаҡсыларынан кулинария өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәрен алды.
Кафе ҡарамағында шулай уҡ ҙур булмаған билмән цехы бар, унда килеүселәр билмән, эремсектән кәкре һәм манты етештереү процесын күрә ала. Кафела өҫтәл артында ашарға йәиһә ярымфабрикаттарҙы өйгә һатып алырға мөмкин. Ассортиментта балалар өсөн билмәндәр ҙә бар, уларҙа сусҡа ите урынына тауыҡ ите файҙаланыла.
Беҙҙең барыбыҙҙың да ял көндәрендә йорт мәшәҡәттәренән, хужабикәләребеҙ иһә аш-һыу әҙерләүҙән ял итергә теләй, шуға күрә һәр йәкшәмбе “Бәхет бар” кафеһына ғаилә менән килергә һәм тәмле иртәнге, төшкө йәиһә киске аштан ауыҙ итергә мөмкин. Балалар өсөн бында тәмле какао, эҫе шоколад, ҡуйыртылған һөт менән ҡоймаҡ, бутҡа, төрлө пирожныйҙар бар, ә ата-әсәләр хуш еҫле ҡайнар кофе эсә ала. Төшкө ашҡа ашнаҡсылар тәмле аш, кәтлит, балыҡ, тауыҡ ите һәм гарнир әҙерләй. Шулай уҡ парҙа бешкән диетик ризыҡ һәм һыуҙа әҙерләнгән бутҡа ашарға мөмкин.
Әйткәндәй, хужабикәләр-ҙең күбеһе эштән һуң арый, шуға күрә киске ашты һатып алып, үҙең менән алырға мөмкин, бындай вариантҡа кафела 30% ташлама ҡаралған.
Кафе һеҙгә ҡунаҡтар өсөн өҫтәл әҙерләргә ярҙам итер. Бының өсөн салат һәм ҡайнар аштарға заказ бирергә мөмкин. Кафеға алдан килеп, заказ бирегеҙ, түләү индерегеҙ.
Әгәр һеҙ “Бәхет бар” кафеһында булмағанһығыҙ икән, мотлаҡ килегеҙ! Бында һеҙҙе һәр ваҡыт йылмайып ҡаршы аласаҡтар һәм тәмле итеп ашатасаҡтар.
“Бәхет бар” кафеһы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 13 В/1 адресы буйынса урынлашҡан. Көн һайын тәнәфесһеҙ иртәнге сәғәт 09.00-дан киске 20.00-гә тиклем эшләй.
Реклама хоҡуғында.
ОГРНИП 304022013200047.