Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
14 Апрель 2023, 12:00

“Версаль” салонына – 10 йыл

Быйыл Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Версаль” ҡорғандар салонына – 10 йыл.Салон хужабикәһе Ольга Лукьянова – һәр саҡ яңы тенденциялар менән бергә атлаусы профессионал. Юбилей алдынан беҙ “Версаль” салонында булдыҡ һәм уның менән аралаштыҡ.

“Версаль” салонына – 10 йыл
“Версаль” салонына – 10 йыл

– Тәүҙә ассортимент бәләкәй ине, тегеү машинаһы ла берәү булды, – тип һөйләй Ольга Лукьянова. – Штатта ике кеше: мин һәм тегенсе Наталья Лазорик. 2014 йылда бизнесты үҫтереү өсөн субсидия бирҙеләр, уға оверлоктар, теген машиналары, пар генераторы, мебель һатып алдым. Заманында ошонда эшләгән Нина Жильцова, Лилиә Ледянкина, Айгүзәл Хөпөтдинова һәм Любовь Сабурованы билдәләп үтергә теләйем.
Хәҙер салон Үҙәк урам, 7 А адресы буйынса “Баҙар” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан. Хеҙмәткәрҙәр штаты ярайһы уҡ артҡан һәм бөгөн унда тегеүселәр Алена Усанина, Наҙгөл Кәримова, администратор Ольга Кобякова эшләй. Кәрәк булғанда беҙгә ярҙамға үҙ эшенең оҫтаһы Нина Жильцова килә.
Салонда һәр клиентҡа айырым ҡараш, һәр заказды үтәгәндә иғтибарлылыҡ, яуаплылыҡ булдырылған. Шулай уҡ бында сифатлы туҡымалар, интерьерҙы һәм төрлө фурнитураны биҙәү өсөн ваҡ-төйәк һайлау мөмкинлеге бар.
Бынан тыш, салон шәхси дизайн әҙерләү һәм ламбрекен тегеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. Иң яҡшы вариантты һайлап алырға ярҙам итәсәк оҫтаның адрес буйынса сығыуы ла ихтимал. Шулай уҡ салон сәхнә өсөн кейем тегә. Уларҙың хеҙмәте менән район Мәҙәниәт һарайы, Балалар сәнғәт мәктәбе, Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Миләш”, “Башаҡҡай”, “Святлячок” балалар баҡсалары, райондың ауыл мәҙәниәт йорттары ҡуллана. Оҫталар балалар, өлкәндәр өсөн сәхнә кейемдәрен тегеү менән шөғөлләнә. Яҡындағы ауылдарға сығыу мөмкинлеге бар. Корпоратив клиенттар (кафе, ҡунаҡхана, мәктәп, балалар баҡсаһы һәм башҡалар) өсөн – айырым отош-ло тәҡдимдәр.
“Версаль” салонында теләк буйынса декоратив мендәрҙәр, дивандар өсөн япмалар, кәрниздәр һәм рулонлы тәҙрә ҡорғандарына заказ бирергә мөмкин. Өҫтәмә хеҙмәттәр: әҙер изделиеларҙы килтереү һәм монтажлау, кейемгә ваҡ ремонт.
Яҙ – яңырыу осоро, шуға күрә нәҡ хәҙер – “Версаль” ҡорғандар салонына мөрәжәғәт итергә ваҡыт. Юбилей уңайынан барлыҡ һатып алыусыларға ла тәҙрә пәрҙәләре һәм портьер туҡымаға 10 процент ташлама ҡаралған. Акция 10 апрелдән 23-өнә тиклем дауам итәсәк. Салондың эш ваҡыты: дүшәмбе – йома көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, шәмбе иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 2-гә ҡәҙәр, йәкшәмбе – ял көнө.

“Версаль” салонына – 10 йыл
“Версаль” салонына – 10 йыл
“Версаль” салонына – 10 йыл
“Версаль” салонына – 10 йыл
“Версаль” салонына – 10 йыл
“Версаль” салонына – 10 йыл
“Версаль” салонына – 10 йыл
“Версаль” салонына – 10 йыл
Автор: