Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
14 Апрель 2023, 14:00

Башҡортостанда анализдар тапшырыу тәртибе үҙгәрә. Был хаҡта нимәләр белергә кәрәк

Күптән түгел бөтә республиканың мәғлүмәт сығанаҡтары дауахананың реанимация бүлегенә онкология шиге менән килтерелеп, анализдар һөҙөмтәһендә бик һирәк осраған лейшманиоз тип аталған тропик сир асыҡланған ирҙе ҡотҡарыу осрағы тураһында хәбәр итте. Пациентты инфекция дауаханаһына күсереп, тейешле дауалау билдәләнеләр һәм ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалдылар. Был хәл өс йыл элек республикала башланған лаборатория хеҙмәтен модернизациялау һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Башланғыстың төп асылы нимәлә, халыҡ өсөн тағы ниндәй файҙалы яҡтары бар? Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә ошо хаҡта һөйләйбеҙ.

Башҡортостанда анализдар тапшырыу тәртибе үҙгәрә. Был хаҡта нимәләр белергә кәрәк
Башҡортостанда анализдар тапшырыу тәртибе үҙгәрә. Был хаҡта нимәләр белергә кәрәк

Ниндәй үҙгәрештәр тураһында һүҙ бара?
Башҡортостанда тулыһынса лаборатория системаһын үҙгәртеп ҡорҙолар.
Беренсенән, берҙәм үлсәү берәмектәре һәм анализ алыу алымдары индерелде. Хәҙер республикала анализдарҙы бер тапҡыр ҡулланыла торған штрих-кодлы пробиркаларға алалар. Икенсенән, һөҙөмтәләрҙе элеккесә микроскоп һәм ҡәләм ярҙамында түгел, ә үҙәкләштерелгән шарттарҙа, тиҙ һәм теүәл эшләгән заманса ҡорамалдарҙа асыҡлайҙар. Ҡиммәтле шәхси клиникаларҙағы шарттарҙан һис тә кәм түгел. Өсөнсөнән, республикалағы барлыҡ лабораторияларҙы башҡарған эш кимәленә ҡарап, өс төркөмгә бүлделәр.
Беренсе кимәлдәге лабораторияларҙа ҡандың дөйөм анализы кеүек мәшәҡәтле тикшереүҙәрҙе уҙғаралар. Улар ФАП-тарҙа, ауыл һәм район дауаханаларында эшләнә.
Биохимия, коагулология, иммунология, молекуляр-биология йүнәлешендәге махсус тикшеренеүҙәр менән икенсе кимәлдәге лабораториялар шөғөлләнә. Башҡортостанда улар ун бер: Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Бөрө, Мәсәғүт, Күмертау, Дүртөйлө, Нефтекама, Сибай, Белорет ҡалаларында һәм Өфөнөң ике медицина учреждениеһында бар.
Өсөнсө кимәлдәге лаборатория юғары технологиялы тикшеренеүҙәр уҙғара. Мәҫәлән, бындай төр анализдарға иммунология, яман шеш маркерҙары, гормондарҙы, аутоанти- есемдәрҙе асыҡлау, молекуляр-генетик тикшереүҙәр инә. Бындай лаборатория республикала берәү, ул Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында урынлашҡан.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, башланғысты тормошҡа ашырыуға бәйле бер лаборатория ла ябылмаған.
Әлегә башҡа төбәктәрҙә бындай система юҡ, ул беҙҙең республиканың үҙенсәлекле башланғысы һанала. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңылыҡты ҙур иғтибар менән өйрәнеп, тотош ил күләмендә ҡулланырға кәңәш иткән.

Ябай кешеләргә файҙаһы нимәлә?
Яңы системаның өс ҙур өҫтөнлөгө бар.
* Уңайлылыҡ. Кешеләр быға тиклем хеҙмәтләндерелгән урындарында – үҙҙәре беркетелгән поликлиникала анализ бирә, әммә һөҙөмтәләр сифатлыраҡ, теүәлерәк һәм тиҙерәк эшләнә. Элек республика лабораториялары 79 төрлө тикшереү уҙғара ине, хәҙер уларҙың һаны 443-кә етте. Мәҫәлән, антиесемдәрҙе йәки гормондарҙы тикшертеүгә бәйле ҡатмарлы анализ биреү өсөн 500 саҡрым юл үтеп, Өфөгә барырға кәрәкмәй. Ҡан йәки биоматериалдар йәшәгән урындағы ФАП-та йәки дауаханала ҡабул ителә һәм лабораторияға ебәрелә. Һөҙөмтәләр табиптың компьютерына һәм һеҙҙең шәхси кабинетҡа киләсәк. Ҡағыҙҙағы анализдар башҡаса кәрәкмәй – барыһы ла дөйөм мәғлүмәт базаһында һаҡлана. Уларҙы һеҙ мөрәжәғәт иткән һәр табип ҡарай ала. Көтөү ваҡыты ла ҡыҫҡарҙы. Мәҫәлән, быға тиклем ҡалҡан биҙе гормондарына анализды 14–20 көн көтөргә тура килә ине, ә хәҙер ул ни бары бер-ике көндә әҙер була. Был тейешле дауалауҙы тәғәйенләү йәһәтенән дә уңайлы. Тағы бер миҫал: элек шәкәр диабеты менән сирләгән пациенттар гликирланған гемоглобинға анализды йыш бирә алмай ине, хәҙер был да мөмкин булды.
* Теүәллек. Машина көнө-төнө эшләй. Ул анализдарҙы бутамай, иҫәпләүҙәрҙә яңылышмай, сәй эсергә туҡтамай. Йәғни кеше факторы, яңылышыу ихтималлығы бик аҙ. Бындай роботтар күп тә кәрәкмәй – бөтә республикаға бер нисәү етә. Быны төймәле иҫәпләгестәрҙән һәм калькуляторҙарҙан компьютерға күсеү менән сағыштырып була.
* Һөҙөмтәлелек. Хәҙер республика сифатлы диагностикаға аҡса йәлләмәй. Быға тиклем Һаулыҡ һаҡлау министрлығы лаборатория хеҙмәтенә бик аҙ – дөйөм медицина ойошмаларына киткән сығымдарҙың 0,1 процентына тиң аҡса бүлә ине. Ә ысынбарлыҡта был эшмәкәрлеккә 3-5 процент кәрәк. Йыш ҡына лабораторияларҙа шундай яуап ишетергә тура килде: “Беҙҙә реагенттар юҡ, шуға күрә бындай анализдарҙы эшләй алмайбыҙ”. Хәлдәр ысынлап та шулай ине. Бөгөн барыһы ла үҙәкләштерелде, ундай осраҡтар бик һирәк булыуы ихтимал.

Ябай ғына миҫал
Рәсимә баш ҡаланан алыҫ районда йәшәй. Бер мәл ул үҙен насар тоя башланы һәм табип уға ике төрлө – береһе ябай, икенсеһе ныҡ ҡатмарлы, әммә үтә мөһим булған ҡан анализы бирергә ҡушты.
Элек Рәсимә район дауаханаһына йәки йәшәгән урынындағы ФАП-ҡа барып, ҡандың дөйөм анализын тапшырып, икенсе көнөнә уның һөҙөмтәләрен барып алып, өсөнсө көнгә тормош иптәше менән Өфөгә юлланыр ине. Баш ҡала дауаханаһында оҙон сиратта тороп, баяғы ҡатмарлы, әммә үтә кәрәкле анализды бирергә кәрәк. Артабан бер нисә көн дауамында һөҙөмтәне көтөргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа Өфөгә тағы бер-икене барып ҡайтырға тура килә торғайны. Шунан һуң ғына ул табипҡа барып, хәленең ни сәбәпле насарайыуын белә алыр ине.
Хәҙер Рәсимәгә бер тапҡыр район дауаханаһына йәки йәшәгән урынындағы ФАП-ҡа барып, штрих-кодлы бер тапҡыр ҡулланыла торған пробиркаға ҡан тапшырыу ҙа етә. Лаборант штрих-кодты сканер аша үткәреп, ошо һандың Рәсимәнеке булыуын теркәй. Дауахана хеҙмәткәрҙәре ҡан өлгөһөн үҙҙәренә уңайлы лабораторияға алып бара. Унда бөтә пробиркалар машинаға һалына, һәм ул анализдарҙы тикшереүгә тотона. Артабан һәр код тағы берҙе сканер аша үткәрелә һәм һөҙөмтәләр берҙәм мәғлүмәт базаһына индерелә. Рәсимә, уның дауалаусы табибы, хатта Мәскәүҙәге табип та һөҙөмтәләрҙе шунда уҡ күрә ала.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Анализ һөҙөмтәләрен үҙаллы нисек белергә?
Анализ һөҙөмтәләрен белер өсөн табипҡа барып йөрөргә кәрәкмәй. Телефонығыҙға бушлай “Табипҡа” тигән ҡушымтаны күсереп алығыҙ һәм “Берҙәм медицина порталы” сайтына инегеҙ (doctor.bashkortostan.ru/).
Авторизация өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә раҫланған яҙманың булыуы мотлаҡ. Был ҡушымта ярҙамында үҙегеҙ теләгән табипҡа яҙыла алаһығыҙ, ә “Медкарта” бүлегендә анализ һәм тикшеренеү һөҙөмтәләре менән танышырға мөмкин.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.

Автор: