Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
15 Ноябрь 2022, 10:45

Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Ок” – 3D-баҫыу һәм матурлыҡ студияһы асылды

Эшҡыуар Евгений Юнысовҡа үҙ эшен башлауҙа Мәсетле районы бизнес-шерифы Илшат Хәсәнов һәм райондың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ҙур ярҙам күрһәтте – социаль контракт буйынса ҡорамалдар һатып алыуға 250 мең һум бирелде.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Ок” –  3D-баҫыу һәм матурлыҡ студияһы асылды
Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Ок” – 3D-баҫыу һәм матурлыҡ студияһы асылды

Хәҙер эшҡыуар яңы техника менән pla һәм petg плас-тиктан, композит филамент һәм фотополимер ыҫмаланан 3D баҫма моделдәрен әҙерләй, шулай уҡ 3D-баҫма керамик изделиелар етештерә.
Район халҡы өсөн был ниндәйҙер яңылыҡ, шуға күрә студияның файҙаһын бөтәһе лә аңлап етмәй.
3D-модель ярҙамында теләһә ниндәй идеяның виртуаль моделен эшләргә мөмкин. Ул объекттың дәүмәлен, формаһын, тышҡы йөҙөн һәм уның башҡа характеристикаларын мөмкин тиклем аныҡ итеп күрһәтергә мөмкинлек бирә. Асылда был компьютер программаһы (САПР) ярҙамында өс үлсәмле һүрәт һәм графика төшөрөү.
3D-баҫма төрлө формалағы әйберҙәрҙе – үҙенсәлекле предмет һәм запас частарҙы – берәмләп йәиһә ваҡ сериялы производствола булдырырға ярҙам итәсәк.
– Йортта йәиһә эштә бер деталдең һыныуы сәбәпле ҡорамал, көнкүреш предметтары йыш ҡына сафтан сыға, – тип аңлата Евгений. – Мәҫәлән, иң кәрәкле мәлдә ит турағыстың шестерняһын алмаштырырға тура килә. Ошо деталде магазиндарҙан эҙләргә кәрәк, ә ул йыш ҡына булмай. Заказ биргәндә бер нисә көн, әгәр ҙә был импорт ҡорамал икән, аҙналар буйына көтөргә тура киләсәк. 3D-принтер ярҙамында запас час-тар һеҙҙә минималь ваҡыт эсендә әҙер буласаҡ. Бынан тыш, яратҡан ҡурсаҡ ҡулынан алып ишек тотҡаһына тиклем һәр төрлө деталдәр эшләргә мөмкин.
Деталдәр туҙыуға сыҙамлы (композит) пластиктан тыш, техник мәсьәләләр өсөн дә, көндәлек ҡулланыу өсөн дә ярауы мөмкин. Был булған деталдәрҙе тергеҙеү планында ғына уңайлы түгел, ижад өсөн дә ҙур киңлек бирә. Евгений, күҙ алдына килтерә белеү һәләтенә эйә кеше булараҡ, яңы идеяларҙы һәм уйҙарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә әҙер.
Бынан тыш, ЧПУ-станокта ағастан төрлө әйберҙәрҙе – адрес алтаҡталарынан алып бүләктәр өсөн сувенир продукцияһына тиклем – заказ буйынса әҙерләргә мөмкин.
– Фурнитура, комплектлау әйберҙәре эшләп, принтерҙа улар өсөн моделдәр сығарып һәм билдәле бер стилдә буятып дизайнер кейемдәре, уйынсыҡ, керамик әйберҙәр әҙерләп һатырға мөмкин, – тип аңлатыуын дауам итә эшҡыуар. – Хәҙер билдәле маркетплейстарҙа теркәлеп әйбер һатыу артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Шуға күрә һәр кем уны тормошҡа ашырыу өсөн үҙенең идеяһы менән мөрәжәғәт итә ала.
Бынан тыш, “Ок” студияһында 12 йәштән өлкән балалар өсөн 3Д-моделләү һәм 3Д-баҫма буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Ул үҫмерҙәрҙә күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтереү, ижади һәм киң фекерләүҙе, ваҡ моторика, хәрәкәттәрҙең координацияһын үҫтереүҙең, сыҙамлылыҡ һәм иғтибарҙы арттырыуҙың бик шәп ысулы. Практика инженер һәм ижади һөнәрҙәрҙе үҙләштереү өсөн профессиональ ҡорамалдарҙа үткәрелә.
Билдәләп үтергә кәрәк, шул уҡ студияла матурлыҡ бүлмәһе урынлашҡан, бында квалификациялы визажист косметиканы дөрөҫ һалырға ярҙам итәсәк, сифатлы косметика һәм төрлө хушбуй һатып алырға мөмкин.
Һеҙҙе Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 25, адресы буйынса көтәбеҙ (“Дәүләт дарыуханаһы” бинаһы, инеү урыны – һул яҡтан).
Реклама хоҡуғында.
023600106575 һанлы ИНН.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Ок” –  3D-баҫыу һәм матурлыҡ студияһы асылды
Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Ок” –  3D-баҫыу һәм матурлыҡ студияһы асылды
Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Ок” –  3D-баҫыу һәм матурлыҡ студияһы асылды
Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Ок” – 3D-баҫыу һәм матурлыҡ студияһы асылды
Автор:Лариса Михалькова