Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
11 Ноябрь 2022, 12:10

“ЗӘМ-ЗӘМ” – йомарт кафе

Күптәр ғаилә йәки дуҫтар менән кафеларға йөрөргә ярата. Берәүҙәр шулай итеп көн буйы йыйылған арыуҙан арына, икенселәр яңы ризыҡтар тәмләп ҡарау өсөн бара. Кафеларҙың хәҙер беҙҙә күп төрлөһө бар. Ә бына яңыраҡ үҙенсәлекле урын үҙ эшен башланы.

“ЗӘМ-ЗӘМ” – йомарт кафе
“ЗӘМ-ЗӘМ” – йомарт кафе

Автомобиль сәфәрҙәрендә сәйәхәт итеүселәрҙең бәғзеләре юл буйындағы хәләл кафеларҙа туҡтауҙы өҫтөн күрә. Хәйер, бөгөн уларға ҡытлыҡ юҡ. Бына Өфө-Мәсәғүт-Әчит трассаһында ла шундай хәләл ризыҡтар менән туҡланыу урыны – “Зәм-Зәм” кафеһы – барлыҡҡа килде. Ул үҙенең йылы мөхите, алсаҡ персоналы һәм, әлбиттә, тәмле ризыҡтары менән килеүселәрҙе ҡыуандыра. Бында көнсығыш һәм үзбәк кухняһы аш-һыуы тәҡдим ителә. Ит ризыҡтары, салаттар, яңы ғына бешерелгән ҡамыр аҙыҡтары, былау, һурпа, лагман, самса – быларҙың барыһын да Үзбәкстандан профессиональ ашнаҡсы әҙерләй. Өй ҡамыры, көнсығыш тәмләткестәре һәм йомшаҡ эслек менән улар айырыуса тәмле килеп сыға.
“Зәм-Зәм” – ҡиммәт булмаған хаҡҡа тәмле итеп ашап алыу өсөн, тәмле сәй йәки ҡәһүә тәҡдим ителгән урын. Меню мосолман дине өҫтөнлөктәрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Һәр ризыҡ Сан-ПиН һәм сәләмәт туҡланыу талаптарына яуап бирә.
Кафе янында намаҙ уҡыу өсөн мәсет бар.
Кафе ҡамыр аҙыҡтарына һәм билмәнгә заказ ҡабул итә. Биләмәһендә бушлай Wi-Fi роутер менән файҙаланырға мөмкин. Кафела шулай уҡ банкет һәм тантаналар үткәрергә була.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-905-006-56-22; 8-965-255-17-26; 8-905-355- 47-25.
Реклама хоҡуғында.
317028000060797 һанлы ОГРН.

“ЗӘМ-ЗӘМ” – йомарт кафе
“ЗӘМ-ЗӘМ” – йомарт кафе
Автор:Лариса Михалькова