Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
21 Октябрь 2022, 14:10

Бәхет гөлләмәһе

Сағыу, үҙенсәлекле, тәмле емештәрҙән, шоколадтан һәм тере сәскәләр менән бергә йыйылған гөлләмәләр бөгөн киң таралған. Йәйге йылы көндәрҙә лә, ямғырлы көҙгө кистәрҙә лә, улар ниндәй көндә лә байрам табынына йәм өҫтәйәсәк. Үҙҙәренең үҙенсәлеклеге менән улар һәр байрамға урынлы була. Уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә генә түгел, әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә, апай-һеңлеләргә, әхирәттәргә, коллегаларға ла. Ир-егеттәр өсөн – бруталь, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – онотолмаҫлыҡ, ғәҙәти булмаған, балалар өсөн татлы гөлләмәләр ҙә бар.

Бәхет гөлләмәһе
Бәхет гөлләмәһе

Беҙ иң яҡын һәм ҡәҙерле кешеләребеҙгә нимә бүләк итергә әҙер? Әлбиттә, иң яҡшыһын ғына. Татлы емештәрҙән йәиһә ыҫланған ризыҡтарҙан ашарға яраҡлы гөлләмә һәр байрамдың биҙәге буласаҡ. Ә инде татлы кәнфиттәрҙән гөлләмәләрҙең бала-ларға күпме шатлыҡ һәм ҡыуаныс килтерәсәген күҙ алдына килтерегеҙ. Гөлләмә – тәбиғи Бельгия шоколадынан йыйылған. Балалар йыйылмаһы маршмэллоу һәм зефирҙан тора. Шулай уҡ киптерелгән емеш-еләк – сәтләүек гөлләмәһе йыйырға мөмкин. Әгәр һеҙ яҡындарығыҙҙы йәиһә хеҙмәттәштәрегеҙҙе ошондай үҙенсәлекле бүләк менән ҡыуандырырға теләһәгеҙ, һеҙгә мотлаҡ Мәсетле районы фудфлорисы Таңһылыу Ғәниеваға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Таңһылыу Йонос ауылында тыуып үҫкән. 2009 йылда Бөрө ҡалаһында педагогия академияһын тамамлай. Белеме буйынса – биология уҡытыусыһы. Ике бала әсәһе ике йыл элек ашарға яраҡлы гөлләмәләр әҙерләү менән шөғөлләнә башлай. Уның әйтеүенсә, гөлләмәләр тарихы 2021 йылдың февралендә осраҡлы ғына башлана. Интернетта тәм-том, емеш-еләктән гөлләмәләр эшләргә мөмкин икәнлеген күреп ҡала. Оҫталыҡ дәрестәрен ҡарағас, уларҙы үҙе эшләргә өйрәнә. Һуңғараҡ, онлайн уҡып, төплөрәк белем ала.
Хәҙер уның мауығыуы ғаилә өсөн өҫтәмә килем сығанағы булып тора. Бөгөнгө көндә Таңһылыуҙың үҙ клиенттары бар. Уның гөлләмәләрен “Бәйләнештә” төркөмөндә күрергә мөмкин. Яҙылыусылар өсөн конкурстар, отош уйындары үткәрә. Гөлләмәләр 2-3 көн эсендә әҙерләнә, һеҙгә ни бары шылтыратырға һәм теләгегеҙҙе еткерергә кәрәк.
Һәр заказ биреүсегә шәхсән ҡараш. Таңһылыу клиент өҫтөнлөк биргән матур гөлләмә төҙөй, өҫтәүенә заказ бюджеты алдан уҡ килешеп ҡуйыла.
Тиҙҙән, 27 ноябрҙә, Әсә көнө билдәләнә, унан тыш туғандар һәм яҡындарҙың тыуған көндәре, юбилейҙары ла бер-бер артлы етеп тора, Яңы йыл яҡынлашып килә. Ғәҙәти булмаған бүләккә заказ бирергә теләһәгеҙ, 8-987-478-20-36 телефоны буйынса шылтыратығыҙ йәиһә “Бәйләнештә” төркөмөндә яҙығыҙ. Илтеп биреү мөмкинлеге бар, үҙегеҙ килеп алһағыҙ ҙа була.
Яҡындарға күрһәтелгән иғтибар – баһалап бөткөһөҙ.
023601154349 һанлы ИНН.
Реклама нигеҙендә.

Автор:Лариса Михалькова