Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
10 Октябрь 2022, 16:15

Яңыртылған “Каламбур” үҙ ишектәрен асты

Мәсетлеләрҙең яратҡан урындарының береһе – “Каламбур” кафеһы ремонттан һуң ҡунаҡтар өсөн йәнә асылды.

Яңыртылған “Каламбур” үҙ ишектәрен асты
Яңыртылған “Каламбур” үҙ ишектәрен асты

Кафеға килеүселәрҙе ҙур үҙгәрештәр ҡаршы ала. Кафе залы киңәйтелгән – хәҙер ул элекке 40 урынына 100 кешегә иҫәпләнгән. 120 квадрат метр майҙанда уңайлы дивандар һәм мөйөштәр, яҡтыртыу ҡорамалдары урын-лашҡан, өҫтәлдәрҙә – матур ашъяулыҡтар.
Бәләкәй компаниялар өсөн айырым ял итергә кабина эшләнгән.
“Каламбур” кафеһы юбилейҙарҙы, туйҙарҙы, корпоративтарҙы һәм башҡа тантаналы сараларҙы, иҫтәлекле даталарҙы билдәләү өсөн бик уңайлы. Бынан тыш, кафе биләмәһендә күсмә туй теркәүен үткәрергә лә мөмкин, бының өсөн махсус сүкеп яһалған беседка бар.
Бөтә был яңылыҡтар интерьерҙы яҡшыртты, бина берҙәм яҡты стилдә биҙәлгән. Шуға күрә бында төрлө кисәләр һәм байрамдар үткәреү күңелле буласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта “Каламбур” үҙенең традицияларын үҙгәртмәй – ҡунаҡтар тәмле рус аш-һыуы, нәзәкәтле тәмлекәстәр һәм хуш еҫле эсемлектәр менән һыйлана ала.
Тантанаға заказ бирергә уйлаһағыҙ йәки һорауҙарығыҙ булһа, 8-9059372-73-06 (Ватсап), 8-927-957-92-85 телефондары буйынса шылтыратығыҙ.
“Каламбур” кафеһы Оло Ыҡтамаҡ ауылының Курорт урамында урынлашҡан (“Ҡарағай” шифаханаһы эргәһендә).
Реклама хоҡуғында.
1130280029813 һанлы ОГРН.

Автор:Лариса Михалькова