Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
4 Октябрь 2022, 10:50

Әле генә мейестән

Оло Ыҡтамаҡ ауылында яңы икмәкхана эшләй башланы.

Әле генә мейестән
Әле генә мейестән

Шәхси эшҡыуар Ралина Әхмәтйәнова икмәк бешереү эшен ойошторған. Производство Сәнәғәт урамы, 2А адресы буйынса (автозаправка станцияһы ҡаршыһында) урынлашҡан.
Эшҡыуар һөйләүенсә, әлегә бында 400 дана аҡ икмәк бешерәләр. Эш барышында буяуһыҙ, өҫтәмәләрһеҙ һәм тәмен яҡшыртыусы ҡушылмаларһыҙ сифатлы сеймал ҡулланыла.
Икмәкханала тәжрибәле оҫталар эшләй, шуға күрә етәксе бешерелгән икмәктең сифатлы булыуын ныҡлы ышаныс менән әйтә. Эштәрендә улар өләсәйҙәрҙең традицион рецептары менән файҙалана. Икмәк ваҡланмай, тышы кетерләп тора, йомшаҡ эсле.
Район үҙәге халҡы һәм ҡунаҡтары хуш еҫле икмәкте икмәкхананың үҙенән иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем, шулай уҡ “Вечный зов”, “Игеҙәктәр”, “Камила”, “Изгелек”, “Биш плюс”, “Сауҙа йорто” кеүек сауҙа нөктәләрендә, Оло Аҡа, Әләгәҙ, Кесе Ыҡтамаҡ, Әжекәй, Оло Ҡыҙылбай, Октябрьск, Һабанаҡ, Түбәнге Бобин, Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдары магазиндарында һатып алыу мөмкинлегенә эйә.
Киләсәктә, селтәрле сауҙа нөктәләре менән хеҙмәттәшлек итеү күҙаллана.

3199028000122642 һанлы ОГРН. Реклама нигеҙендә.

Автор:Лариса Михалькова