Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
5 Август 2022, 16:00

“Мега Планета”ға уҡыусылар өсөн кейемдәр килтерелде

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Үҙәк урамында 6-сы йортта (элекке универмаг бинаһының икенсе ҡаты) урынлаш-ҡан “Мега Планета” магазины үҙ һатып алыусыларын тауарҙарҙың киң ассортименты һәм ҡиммәт булмаған хаҡтар менән ҡыуандыра.

“Мега Планета”ға уҡыусылар өсөн кейемдәр килтерелде
“Мега Планета”ға уҡыусылар өсөн кейемдәр килтерелде

“Мега Планета” – ул бөтә ғаилә өсөн уңайлы һәм ҡиммәт булмаған күркәм кейемдәр магазины. Бында ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн кейемдәр коллекцияһы, йортта кейеү өсөн һәм эске кейемдәр, шулай уҡ баш кейемдәре, яулыҡтар, шарфтар, балалар уйынсыҡтары – самокаттар, машиналар, ҡурсаҡтар, роботтар, туптар һәм башҡалар бар.
Магазинда ханымдар махсус саралар өсөн ҡупшы туфли йәки көн дә кейеү өсөн үксәһеҙ аяҡ кейемдәре һайлай ала. Шулай уҡ уңайлы ботильон, ярым ботинка һәм итектәр моделдәре тәҡдим ителә.
Көслө зат та тантаналарға классик туфли йәки болотло һауа торошо өсөн ыҡсым ботинкалар табасаҡ.
Балалар өсөн матур босоножкалар һәм кроссовкалар моделдәре тәҡдим ителгән. “Мега Планета”ла балаларға махсус осраҡтарҙа кейергә малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн классик һәм элегант туфли һайларға мөмкин. Ә ямғырлы һәм һалҡын көндәр өсөн – резина итектәр һәм йылы ярым ботинкалар.
Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар сумкалары, эшлекле портфелдәр, янсыҡтар, йәштәр һәм спорт сумкалары, шулай уҡ сумаҙандар, бирсәткәләр, ҡулсатырҙар, ҡайыштар һәм башҡа әйбер-ҙәр бик күп.
Август – уҡыусыларҙың ата-әсәләре өсөн ҡыҙыу осор. Һәр ата-әсә яңы уҡыу йылына әҙерлек осоронда аҡсаһын еткерергә тырыша. Мәктәпкә баланы әҙерләү ҙур сығымдар талап итә. Балаға мәктәп формаһын ҡулай хаҡҡа ҡайҙан алырға, тигән һорау тыуа улар өсөн. Әлбиттә, “Мега Планета” магазинында! Бында һеҙ балағыҙға һәр нәмә һатып ала аласаҡһығыҙ. Тауарҙарҙың яңы коллекцияһында мәктәп кейемдәре: күп төр күлдәктәр, костюмдар, блузкалар, юбка, алъяпҡыстар һәм бантиктар бар.
“Мега-Планета”ла ышаныслы һәм сағыу сумкалар һатыла, был һайлаусыларҙың үҙҙәре өсөн дә яраҡлы вариант табырға мөмкинлек бирәсәк. Комплектҡа шунда уҡ алмаш аяҡ кейеме өсөн уңайлы тоҡ һайларға мөмкин.
Тәжрибәле консультанттар заманса һәм уңайлы кейем һәм балағыҙ өсөн аяҡ кейеме һайларға һеҙгә ярҙам итәсәк.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: магазин уңайлы урында урынлашҡан. Эргәһендә ҙур туҡталҡа урыны бар. Эш сәғәттәре иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем, тәнәфесһеҙ һәм ялһыҙ.
Яңылыҡтарҙы “Мега Планета” магазинының “Бәйләнештә” төркөмөндәге махсус битендә күҙәтеп бара алаһығыҙ (https:// vk.com/id560055112).
Реклама хоҡуғында.
320028000116317 һанлы ОГРНИП.

“Мега Планета”ға уҡыусылар өсөн кейемдәр килтерелде
“Мега Планета”ға уҡыусылар өсөн кейемдәр килтерелде
“Мега Планета”ға уҡыусылар өсөн кейемдәр килтерелде
“Мега Планета”ға уҡыусылар өсөн кейемдәр килтерелде
Автор:Лариса Михалькова