Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса иң кәрәкле канцелярия тауарҙары исемлеге яҡынса 3000 һумға төшәсәк.
Балалар баҡсаһына, беренсе класҡа һәм өлкән класс уҡыусыһына кәрәкле бөтә нәмәне “КАНЦПАРК” – офис, уҡыу һәм ижад өсөн тауарҙар ваҡлап һатыу магазиндарының федераль селтәре магазинында табырһығыҙ. Бында эконом һәм урта хаҡ буйынса сегментта ғына түгел, илебеҙҙә етештерелгән “ArtSpace”, “Мульти-пульти”, “Гамма”, “Berlingo” кеүек сауҙа маркаларының, премия сифатында ла канцелярия, бер быуатлыҡ тарихҡа эйә “Koh-i-Noor” (Чехия) һәм “Faber-Castell” (Германия) компаниялары продукцияһы ла тәҡдим ителгән. Әйтергә кәрәк, был магазинды мәсетлеләр генә түгел, күрше район халҡы ла ҙур һорау менән файҙалана.
”КАНЦПАРК”тың тәжрибәле консультанттары гәзит уҡыусылар менән канцелярия тауарҙарын нисек һайлау, нимәгә иғтибар итеү һәм шул уҡ ваҡытта бюджетты нисек экономиялау тураһында уртаҡлашты.
Дәфтәрҙәр
Уҡыу өсөн шаҡмаҡ һәм буйлы – 12-24 битлек йәшел дәфтәрҙәр йыйылмаһы кәрәк буласаҡ. Өҫтәмә алмашҡа дәфтәр алырға кәрәк буласаҡ. “Канцпарк” магазинында хаҡтар 6 һумдан башлана.
Шулай уҡ көндәлек һатып алырға кәрәк (50 һумдан алып). Файҙаланыуҙа уңайлыһы ҡаты тышлыҡта – уҡыу йылы аҙағына тиклем яҡшы хәлдә һаҡланасаҡ.
Ҡәләмдәр һәм ручкалар
Ябай ҡәләмдәрҙе берәмләп тә, йыйылма менән дә һатып алырға мөмкин. Кескәйҙәр өсөн өс ҡырлы ҡәләм алыу яҡшыраҡ. Уҡыу өсөн һоро грифель менән ҡаты йомшаҡ ҡәләмдәр бар, хаҡы 7 һумдан башлана. Пластик корпуслы ҡәләм алырға тәҡдим итәбеҙ, сөнки ул яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ.
Шулай уҡ зәңгәр төҫлө ручка һатып алырға була, уның хаҡы 7 һумдан башлана. Төҫлө ҡәләмдәр, гель ручкалары кәрәк булыуы ихтимал, ғәҙәттә был йыйылма 6 төҫтән тора.
Нисек ранец һайларға?
Күп ата-әсәләр балаларына һүрәтенә ҡарап ҡына артмаҡлы сумка һатып ала. Балаларҙы сағыу һүрәт, йән-һүрәт геройҙары һәм башҡалар йәлеп итә. “КАНЦПАРК”та портфель һайлағанда эргономлылыҡҡа һәм хәүефһеҙлеккә таянырға кәңәш итәләр. Арҡаһы ортопедик, йәғни ҡаты, анатомик формала, шулай уҡ тишектәре булған тын алыусы туҡыманан эшләнгән һәм 4-8 сантиметр киңлектә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтары булған йомшаҡ ҡайыштар булырға тейеш.
Рюкзактың идеаль ултырғанын нисек аңларға? Уның өҫкө өлөшө – ҡулбаш һыҙатында, ә аҫҡы яғы бил кимәлендә тора. Әгәр рюкзак түбәнерәк ята икән, был киләсәктә умыртҡа бағанаһына зыян килтереүе мөмкин (мәҫәлән, сколиоз).
“Канцпарк” магазинында ранецтарҙың “Silver Top” (Башҡортостанда етештерелгән) һәм ”Арлеон” (Рәсәй, Троицк), “Гризли” (Мәскәү), “Berlingo” (сертификацияланған Ҡытай) ГОСТ-ҡа ярашлы сығарылған сауҙа маркалары тәҡдим ителә, улар хәүефһеҙ һәм бер нисә йыл хеҙмәт итәсәк.
Юймаҡ, ослағыс, линейка
Пеналда уҡыусы өсөн мотлаҡ юймаҡ булырға тейеш (9 һумдан алып). Уның һығылмалы булыуы мотлаҡ, ләкин шул уҡ ваҡытта бик йомшаҡ та булмаҫҡа тейеш. Буяуҙы һөртөү һәм ҡағыҙҙа эҙ ҡалдырмау өсөн аҡ төҫтәгеһен һатып алырға кәңәш ителә. Төҫлө ҡәләмдәр өсөн – ҡаты, ябай ҡәләмдәр өсөн йомшаҡтарын һайлау яҡшыраҡ.
Ослағыстар (10 һумдан башлап) шулай уҡ төрлө була – механик һәм автоматик. Һуңғыһын һыҙым һәм проектлау дәрестәре өсөн өлкән класс, шулай уҡ художество мәктәптәре уҡыу-сылары һатып ала.
Мәктәп өсөн линейканы (12 һумдан алып) ағастан алыу яҡшыраҡ – ул ныҡлыраҡ тип иҫәпләнә.
Ҡағыҙ, альбом, пластилин
Технология дәрестәренә бәләкәй класс уҡыусылары өсөн төҫлө ҡағыҙ (22 һумдан алып), аҡ (44 һумдан алып) һәм төҫлө ҡатырға (85 һумдан алып), ҡайсы, һүрәт төшөрөү өсөн альбом (20 бит – 54 һум, 40 бит – 90 һум), төҫлө ҡәләмдәр кәрәк буласаҡ.
Балауыҙ пластилинын (12 төҫ – 122 һум) һатып алырға тәҡдим итәбеҙ, сөнки ул ҡулға йәбешмәй һәм кейемде бысратмай.
Бынан тыш, башланғыс класс уҡыу-сыларына технология дәрестәре өсөн алъяпҡыс һәм еңсәләр әҙерләргә кәрәк, улар баланың формаһын бысратмаҫҡа ярҙам итәсәк.
Елемде ҡәләм формаһында алыу яҡшыраҡ.
Һынлы сәнғәт әйберҙәре
Беренсе класҡа барған бала өсөн 12 төҫлө (126 һумдан алып) акварель кәрәк. Әгәр балағыҙ олораҡ булып, һүрәт төшөрөү менән мауығып китһә, бик күп төҫтәр менән буяуҙар һатып алыр-ға кәңәш ителә. Буяу йыйылмаһында бумала булмаһа, 3-сө “пони” (22 һум) һәм 5-се “пони” (55 һум) маркалы бумала һатып алырға кәңәш ителә.
Сәнғәт мәктәбе уҡыусылары өсөн профессиональ буяуҙар: акварель һәм ҙур күләмдә гуашь кәрәк. Бында әйтелеүенсә, “КАНЦПАРК”та яңы һүрәт төшөрә башлаған, шулай уҡ һөнәри эшмәкәрлек алып барыу өсөн кәрәк-яраҡтар бик күп.
“КАНЦПАРК”тан һаҡсыл тотоноу серҙәре
1. Мәктәпкә ни тиклем иртәрәк әҙерләнә башлаһағыҙ, шул тиклем экономиялыраҡ һәм файҙалыраҡ булыр. Беренсенән, был ваҡытта элекке тауар иҫке хаҡҡа һатыла. Икенсенән, һайлап алыу мөмкинселеге күберәк. Өсөнсөнән, магазиндарҙа һатып алыусылар аҙыраҡ, тимәк, консультанттар һеҙгә күберәк ваҡыт бүләсәк һәм һеҙ уҡыу кәрәк-ярағын уңышлы һатып аласаҡһығыҙ.
2. Һәр шәмбе “КАНЦПАРК” магазинында бөтә ассортиментҡа (офис ҡағыҙынан тыш) 20 процент ташлама бирелә.
3. 15 процент ташлама пенсионерҙарға, күп балалы ғаиләләргә, инвалид балаларға, уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә (таныҡлыҡ документтарын күрһәткән осраҡта) бирелә.
4. Ташламалы карта продукцияны 5 процентҡа файҙалы һатып алырға мөмкинлек бирә.
Өлкән класс уҡыусылары
Өлкән класс уҡыусылары өсөн циркуль (82 һумдан алып), уға запас ҡәләмдәр, линейкалар йыйылмаһы һәм транспортир (22 һумдан алып) һатып алырға кәрәк. Белешмә материал менән предмет дәфтәрҙәрен алыу уңайлы, улар ҙа йыйылмала бар, был күпкә отошлораҡ.
Һәм башҡа бик күп нәмәләр
Һанап үтелгән әйберҙәрҙән тыш, аяҡ кейеме өсөн тоҡ, пенал, дәфтәрҙәр өсөн папка, түгелмәй торған стакан, әүәләү өсөн таҡта, хеҙмәт дәрестәре өсөн клеенка, папка, закладка, китап ҡуйыу өсөн аҫлыҡ, дәфтәрҙәр өсөн тышлыҡ, фломастерҙар кәрәк.
“КАНЦПАРК”ҡа килегеҙ, уҡыу йылына еңел һәм файҙалы әҙерләнегеҙ!
Адресы: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Үҙәк урам, 7А, “Баҙар” сауҙа үҙәгенең беренсе ҡаты.
Эш режимы: дүшәмбе – йома иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем; шәмбе – йәкшәмбе иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем.
ШЭ Кирилова Е. В. 321028000204569 һанлы ОГРН.
Реклама хоҡуғында.