Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яңырырға ваҡыт!

Календарҙа – йәй уртаһы, тимәк, нәҡ ошо миҙгелдә ремонт һәм яңыртыу эштәрен башҡарып өлгөрөргә кәрәк. Шулай уҡ, ҡойма, ҡыйыҡты алмаштырырға, йортҡа капиталь ремонт эшләү өсөн иң ҡулайлы мәл. Ремонт – сығым һәм ваҡыт талап иткән еңел булмаған эш икәнен беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Шуның өсөн дә, һеҙҙең эште еңеләйтеү уйы менән, Мәсетле районы территорияһында инструменттар һәм материалдар һатылған магазиндарға күҙ һалдыҡ.

Яңырырға ваҡыт!
Яңырырға ваҡыт!

Тәҙрә, ишек, түшәмдәр...

Ниһайәт, һеҙ үҙ йортоғоҙҙа йә фатирығыҙҙа ремонт эшләргә булдығыҙ! Тәүге аҙым яһалған, ҡотлайбыҙ! Һеҙ ремонт планын төҙөп, бинаны бушатҡанһығыҙ, эшкә тотонорға ғына ҡалды! Ә һеҙ был исемлеккә тәҙрә, ишектәрҙе алмаштырыуҙы индерергә онотманығыҙмы? Түбәләрҙең дизайны ҡаралғанмы?
Былар барыһы ла, тәү ҡарашҡа, ваҡ эш кеүек тойола, әммә, тәжрибә күрһәтеүенсә, улар мөһим роль уйнай. Ә хеҙмәт һөҙөмтәһе күп йылдар ҡыуандырһын өсөн төр, төҫ һәм дизайнды ентекләп уйларға кәрәк. Был эштә һеҙгә Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Мир” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында урынлашҡан “Йәйғор” салоны ярҙам итәсәк.
Ни өсөн нәҡ “Йәйғор” салоны? Аңлатабыҙ.
Беренсенән, “Йәйғор” салонының тәҙрә һәм ишектәр баҙарында ун йыл хеҙмәт стажы бар. Был ҙур тәжрибә тураһында һөйләй. Белгестәр ҙур теләк менән тәҙрә, ишек йәиһә ниндәй түшәм моделдәрен һайларға кәрәклеген күрһәтәсәк, хаҡтарын билдәләйәсәк.
Икенсенән, салонда тәҙрәләр, ишектәр, жалюзи, аркалар, тарттырылған түшәм һәм автоматик ҡапҡалар бик күп. Ә хәҙер, барыһы тураһында ла ентекле һөйләйек.
Салонда заманса тәҙрәләр тәҡдим ителгән: ламинатланған, ПВХ һәм эко-стиль яратыусыларға – ағастан. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, “Йәйғор” салоны – “Галерея окон” Рәсәй компанияһының һәм Рәсәй ишек етештереүселәренең рәсми вәкиле.
Тәҙрәләрҙәге жалюзи – иң уңайлыһы. Был бигерәк тә йәй көнө ҡояш нурҙары бина эсен аяуһыҙ ҡыҙҙырған ваҡытта, жалюзи – бүлмәнең һалҡын һауаһын һаҡлап, уны еңел һәм тиҙ арала ҡараңғы иткән иң яҡшы ысул булыр. Йылдың башҡа миҙгелендә лә жалюзи тәҙрә пәрҙәһен алмаштырыр: бинаны сит күҙҙәрҙән һаҡлар, йыуып, еүеш сепрәк менән һөртөп алыуға ла уңайлы. Салонда төрлө төҫтәге һәм төрлө материалдарҙан горизонталь йәки вертикаль жалюзи һайлап алырға мөмкин. Алюминийҙан эшләнгәндәрен таҙартыу еңел булһа, туҡыма жалюзиҙар бүлмәгеҙгә йәм өҫтәр.
Классик стилдәге бүлмә ишектәре йәиһә урынды бик яҡшы экономиялаған ишек-купе, ишек-гармун һайларға мөмкин. Улар һәр квадрат метрҙың иҫәбе булған, ҙур булмаған бүлмәләр өсөн яҡшы. Һәр хәлдә, консультанттар һеҙгә кәрәклеһен һайлап алырға ярҙам итәсәк.
Шулай уҡ бында һеҙгә ишектәрҙең төрөн һайларға ярҙам итәсәктәр. Буялған йәиһә буялмаған ағас ишектәр һеҙҙең йортоғоҙға айырым үҙенсәлек бирәсәк, тимер ишектәр интерьерҙы тулыландырасаҡ. Ниндәй генә ишекте һайлаһағыҙ ҙа, улар һеҙгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк.
Шәхси йорт һәм коттедждарҙа йәшәүселәр өсөн “тирләмәй” торған махсус ишектәр иң уңайлыһы булыр. Бындай ишек конструкциялары һыуыҡ һауаны эскә үткәрмәй тотоп тора. Һөҙөмтәлә ишек туңмай, бинала оптималь температура һаҡлана һәм бинаны йылытыу өсөн киткән сығымдарға һиҙелерлек йоғонто яһай.
Заманса йорттарҙы аҫылмалы түшәмһеҙ күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Өлкән быуын кешеләре ремонт ваҡытында түбәне мотлаҡ аҡлай торған ине. Хәҙер был үткәндә ҡалған күренеш тиһәк тә була. Аҫылмалы түшәмә ҡуйыу өсөн күп ваҡыт талап ителмәй, матур, түбәнең кәмселек урындарын ҡаплай, оҙаҡ хеҙмәт итә һәм ышаныслы. Ул түбәне бейек итеп күрһәтә, шулай итеп бүлмә киңәйгән кеүек тойола. “Йәйғор” салоны һатып алыусыларға ПВХ, туҡыма аҫылмалы түшәмдәр һайлап алыу мөмкинселеге бирә.
Театр кейем элгестән башланған кеүек, йорт алды ҡапҡанан башлана.
Бөгөн күптәре гараждар өсөн юғарыға күтәрелеп асыла торған ҡапҡаларға өҫтөнлөк бирә (рольставни). Был бик уңайлы: ямғыр, ҡар яуған ваҡытта, көслө һалҡын ел иҫкән саҡта автомобиль салонынан сығып тороу кәрәкмәй. Бынан тыш улар күп урын алмауы, оҙаҡ хеҙмәт итеүе, юғары хәүефһеҙлек менән айырылып тора.
Өсөнсөнән, “Йәйғор” салоны менән хеҙмәттәшлек итеү файҙалы: бүлеп түләүҙәр ғәмәлдә, пенсионерҙарға – ташламалар ҡаралған. Тәҙрәгә заказ биргәндә, энергия һаҡлаусы быяла пакеттар һәм москит селтәрҙәре – бүләккә, белгестең үлсәү өсөн сығыуы – бушлай (тулыраҡ мәғлүмәт – һатыусыларҙа).
Дүртенсенән, салон Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында бар яҡтан да уңайлы урында урынлаш-ҡан. Шулай уҡ 8 (34770) 2-64-84, 8-905-006-56-22, 8-965-922-53-33 телефондары буйынса заказ бирергә мөмкин.
317028000060797 һанлы ОГРН.
Реклама нигеҙендә.

Яңырырға ваҡыт!
Яңырырға ваҡыт!
Яңырырға ваҡыт!
Автор:Лариса Михалькова