Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Строймаркет” – төҙөлөш һәм ремонт өсөн

Йорт йүнәтеп, яңыны төҙөй башланығыҙмы?! Әммә, бының өсөн ҡайҙа бөтә кәрәкле нәмәне һатып алырға мөмкин икәнлеген белмәйһегеҙме? “Строймаркет” магазины үҙенең клиенттарына арзан хаҡҡа сифатлы тауарҙар һәм юғары хеҙмәтләндереү кимәлен тәҡдим итә. Бында һеҙ бөтә кәрәкле нәмәләрҙе – газ блогы, кирбес, шлак блогын һатып ала алаһығыҙ. Профтүшәмә, металлочерепица, йомшаҡ көпләү әйберҙәре, шулай уҡ OSB, фанера, йылытыу материалдары һәм сайдинг.

“Строймаркет” – төҙөлөш һәм ремонт өсөн
“Строймаркет” – төҙөлөш һәм ремонт өсөн

Бында бүлмә дизайнына тура килгән иҫәпһеҙ һанда төрлө иҙән ябыу материалдары бар: матур һәм уңайлы, йылылыҡ хисе биргән, аяҡ тауышын “йотҡан”, бүлмәләге дымлылыҡты көйләгән паркет йәиһә пробка иҙән; матурлыҡ өҫтәгән, хаҡы буйынса ла килешле, тиҙ йыуыла торған киң таралған линолеум; кварцвинил плитаһы – ул үҙендә керамика ныҡлығы һәм линолеум һығылмалылығын берләштергән яңы быуын иҙән ябыу материалы.
Пластик тәҙрә һәм ишектәр һайлауға клиенттар бик ентекле ҡарай. “Строймаркет” магазинының тәжрибәле һатыусыһы уны дөрөҫ һайларға ярҙам итер, ә монтажлаусы урынлаштырыу эшен тиҙ һәм сифатлы башҡарыр.
Һатыуҙа тимер-бетон ҡулсалар, канализация өсөн торбалар, шулай уҡ һыу менән тәьмин итеү станциялары һәм йылытыу системаһы өсөн ҡорамалдар бар.
Сауҙа нөктәһендә төҙөлөш ҡатнашмалары, грунтлау, буяу өсөн һеңдереү шыйыҡсалары, буяу, обой һәм монтаж елеме тәҡдим ителгән.
Магазинда электр приборҙары өсөн комплектлаусы изделиелар, шулай уҡ триммер, газон сапҡыс, ҡар таҙартыу техникаһы, бетон бутағыс, юғары баҫымлы йыуыу ҡоролмаһы, электр бысҡылар һатып алырға мөмкин.
Парник ҡуйыу өсөн поликарбонат, әҙер теплица һәм улар өсөн бөтә кәрәк-яраҡтар һатып алырға мөмкин.
Шулай уҡ манипулятор, ишек һәм тәҙрәләр монтажлау хеҙмәте тәҡдим ителә.
“Строймаркет” магазины менән һеҙ үҙ йортоғоҙҙо артыҡ мәшәҡәтһеҙ һәм ҡулай хаҡҡа төҙөкләндерергә мөмкинлек алаһығыҙ.
Тағы ла шуныһы уңайлы, теләгән тауарҙы партнер банктар аша кредит алып һатып алырға мөмкин.
(“ОТП Банк” АЙ-һы, 2014 йылдың 27 ноябрендәге 2766-сы лицензия.
“МТС-Банк”ААЙ-һы, 2014 йылдың 17 декабрендәге 2268-се лицензия.
“Почта Банк” АЙ-һы, 2020 йылдың 9 апрелендәге 650-се лицензия).
“Строймаркет” магазины Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Сәнәғәт урамы, 2 а/6 адресы буйынса урынлашҡан, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, ял көн-һөҙ эшләй.
Райондың һәр ауылына алып барыу хеҙмәте – ғәмәлдә.
311022010900012 һанлы ОГРН. Реклама нигеҙендә.

Автор:Лариса Михалькова