Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Отошло һәм уңайлы

“Йәйғор” салоны һатып алырға саҡыра Ремонт эшләргә йыйынаһығыҙмы? Ә тәҙрә, ишектәрҙе ҡайҙан алырға? Фатирығыҙҙа йәиһә йортоғоҙҙа үҙгәрештәр индерергә йыйынаһығыҙ, әммә ҙур ремонт башларға ҡыймай тораһығыҙ. Бүлмә интерьеры ялҡыттымы? Ҡапҡа алмаштырырға уйлайһығыҙмы? Әгәр ошондай уйҙар менән йөрөйһөгөҙ икән, тимәк, был мәғлүмәт һеҙҙең өсөн.

Отошло һәм уңайлы
Отошло һәм уңайлы

Беҙ һеҙгә бүлмә, фатир, йорт дизайнын алмаштырырға ярҙам итәбеҙ. Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында урынлашҡан “Йәйғор” салоны менән барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә була.
Ни өсөн нәҡ бында? Бының өсөн бер нисә сәбәп бар.
Беренсенән, “Йәйғор” салоны тәҙрә һәм ишектәр баҙарында ун йыллыҡ стажға эйә. Был ҙур эш тәжрибәһе туплағанды аңлата. Белгестәр ниндәй тәҙрә, ишек моделдәре, түшәм һайларға кәрәк икәнен һеҙҙең мөмкинселек һәм хаҡтарҙан сығып ихлас кәңәш итер.
Икенсенән, салонда тәҙрә, ишек, жалюзи, аркалар, аҫылмалы түшәмдәрҙең үҙеңә оҡшағанын һайлау мөмкинселеге бар. Ә хәҙер былар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт.
Салонда заманса ламинатланған, ПВХ тәҙрәләр бар, эко-стиль яратыусыларға ағас тәҙрәләр күңеленә хуш килер. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, “Йәйғор” салоны – “Галерея окон” Рәсәй компанияһының һәм Рәсәй ишек етештереүселәренең рәсми вәкиле.
Тәҙрәләргә жалюзи ҡуйыу – уңайлы һәм еңел. Бигерәк тә йәй көнө ҡояш нурҙары бина эсен аяуһыҙ ҡыҙҙырған ваҡытта жалюзи бүлмәне һалҡын итеп тотор, уны еңел һәм тиҙ арала ҡараңғы иткән иң яҡшы ысул булыр. Йылдың башҡа миҙгелендә лә жалюзи тәҙрә пәрҙәһен алмаштырыр: бинаны сит күҙҙәрҙән һаҡлар, йыуып, еүеш сепрәк менән һөртөп алыуға ла уңайлы. “Йәйғор” салонында төрлө төҫтәге һәм төрлө материалдарҙан горизонталь йәки вертикаль жалюзи һайлап алырға мөмкин. Алюмин жалюзи еңел таҙартылһа, туҡыма жалюзи бүлмәгеҙгә йәм өҫтәр.
Классик стилдәге бүлмә ишектәренән тыш, аҙ урын алған ишек-купе, гармун-ишектәр һайларға мөмкин. Улар һәр квадрат метр иҫәптә булған бәләкәй бүлмәләр өсөн уңайлы. Консультант ярҙамы менән теләгәнен һайлап алырға була.
Шулай уҡ был салонда өй ишеген һайлау мәсьәләһен дә хәл итергә ярҙамлашырҙар. Буятылған йәиһә буятылмаған ағас ишектәр һеҙҙең йортоғоҙға йәм өҫтәр, ә тимер ишектәр интерьерҙы тулыландырыр. Ниндәй генә ишек һайлаһағыҙ ҙа, ул һеҙгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер.
Шәхси йорт һәм коттедждарҙа йәшәүселәр өсөн “тирләмәй” торған махсус ишектәр иң уңайлыһы булыр. Бындай ишек конструкциялары һыуыҡ һауаны эскә үткәрмәй тотоп тора. Һөҙөмтәлә ишек туңмай, бинала оптималь температура һаҡлана һәм йылы һиҙелерлек оҙаҡ ваҡыт тора.
Заманса йорттарҙы аҫылмалы түшәмһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Өлкән быуын кешеләре ремонт ваҡытында түбәне мотлаҡ аҡлай ине. Хәҙер был үткәндә ҡалған күренеш, тиһәк тә була. Аҫылмалы түшәм ҡуйыу өсөн күп ваҡыт талап ителмәй, матур, түбәнең кәмселек урындарын ҡаплай, оҙаҡ хеҙмәт итә һәм ышаныслы. Ул түбәне бейек итеп күрһәтә, шулай итеп бүлмә киңәйгән кеүек тойола. “Йәйғор” салоны һатып алыусыларға ПВХ, туҡыма аҫылмалы түшәмдәр һайлап алыу мөмкинселеге бирә.
Театр кейем элгестән башланған кеүек, һәр йорт ҡапҡанан башлана.
Гараж ишеген заманса автомат ҡапҡаларға алмаштырыу өҫтөнлөгө халыҡ тарафынан юғары баһа алды. Был уңайлы: ямғыр, ҡар йәиһә һалҡын ел ваҡытында автомобиль салонынан сығырға кәрәкмәй. Бынан тыш, ул компактлы булыу, оҙаҡ ҡулланыу ваҡыты һәм юғары хәүефһеҙлек менән айырылып тора.
Өсөнсөнән, “Йәйғор” салонынан һатып алыу уңайлы: бүлеп түләү мөмкинселеге бар, пенсионерҙарға ташламалар яһала. Тәҙрәгә заказ биргәндә, энергия һаҡлаусы быяла пакеттар һәм москит селтәрҙәре – бүләккә, белгестең үлсәү өсөн сығыуы – бушлай (тулыраҡ мәғлүмәт – һатыусыларҙа).
Дүртенсенән, салон Оло Ыҡтамаҡ ауылы уртаһында “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында бар яҡтан да уңайлы ерҙә урынлашҡан. 8 (34770) 2-57-22, 8-905-006- 56-22, 8-961-355-29-22 телефондары буйынса заказ бирергә мөмкин.
317028000060797 һанлы ОГРН.
Реклама хоҡуғында.

Отошло һәм уңайлы
Отошло һәм уңайлы
Отошло һәм уңайлы
Автор:Лариса Михалькова