Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Суши һәм роллы алырға “SUSHI МОЛ”ға килегеҙ

Япон кухняһы беҙгә яҡыная Күптән түгел район үҙәгендә “SUSHI МОЛ” кафеһы асылды. Был беҙҙең районда күптәрҙең күңеленә хуш килде. Суши, роллы, пицца етештереп таратыусы был сауҙа селтәре бер нисә йыл эсендә республиканың күп кенә ҡала һәм райондарында, күрше өлкәләрҙә асылды һәм япон кухняһын үҙ итеүселәрҙең ышанысын яулап өлгөрҙө.

Суши һәм роллы алырға “SUSHI МОЛ”ға килегеҙ
Суши һәм роллы алырға “SUSHI МОЛ”ға килегеҙ

“SUSHI МОЛ”дың сере нимәлә һуң? Һөйләп үтәбеҙ.
Беренсенән, бында һәр кемдең талабына яуап бирерлек һәм килеменә тап килерлек киң ассортимент: һалҡын, бешерелгән, ҡыҙҙырылған роллы, төрлө эслек менән әҙерләнгән пицца, десерт, эсемлектәр һайлай алаһығыҙ. Бынан тыш, пицца һәм роллынан торған комбо-йыйылмаға, роллы йыйылмаһына, балалар яратып ашаған картуф-фри, наггетсы һәм сыр таяҡсаларына заказ бирергә мөмкин.
Икенсенән, “Бәйләнештә” социаль селтәре аша өйҙән сыҡмай ғына онлайн заказ эшләү мөмкинселеге бар. “SUSHI МОЛ с. Большеустьикинское Пицца и Роллы” төркөмөндә заказдар ҡабул ителә. Һеҙгә бары менюнан үҙегеҙгә оҡшаған ризыҡты һайларға, илтеп биреү өсөн адресығыҙҙы атарға һәм нисә кешегә кәрәклеген әйтергә генә ҡала. Курьер килтереп бирәсәк.
Өсөнсөнән, сифат. Роллы әҙерләү өсөн бары яңы килтерелгән продукт һәм оригиналь рецептура файҙаланыла. Шуға ла “SUSHI МОЛ” етештергән ризыҡтар хуш еҫле, тәмле һәм санитар, технологик талаптарға тап килә. Улар илтеп бирер алдынан ғына әҙерләнә, шуға күрә ҡулланыу өсөн хәүефһеҙ.
Дүртенсенән, был отошло: “SUSHI МОЛ” һәр аҙна акциялар уҙғара, был ваҡытта роллы һәм пиццаны түбәнерәк хаҡ менән алып була. Тәүге тап-ҡыр заказ биргәндә һеҙҙе бүләктәр көтә, шулай уҡ 1650 һумдан башлап заказ биргәндә, приз аласаҡһығыҙ (заказ күберәк булған һайын, бүләктәр ҙә күберәк).
Фекер-теләктәрен яҙып ҡалдырған даими һатып алыусылар араһында бүләктәр уйнатыла, шулай уҡ тыуған көндәргә бонустар ҡаралған.
700 һумдан алып күберәк суммаға заказ биргәндә, Оло Ыҡтамаҡ ауылында илтеп биреү – бушлай.
Һәр һатып алыусыны бында юғары сервис һәм иғтибарлы персонал көтә. Бындай хеҙмәткәрҙәр менән аралашҡандан һуң һеҙ тағы ла килергә теләйәсәкһегеҙ.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, “SUSHI МОЛ” – ул илтеп биреү мөмкинлеге генә түгел, ә бик уңайлы урында урынлашҡан кафе ла (Т. Онкин урамы, 1, “Айша” сауҙа-сервис комплексының түбәнге ҡаты). Күңелгә ятышлы атмосфера, иғтибарлы персонал, балалар өсөн уйын залы – былар барыһы ла һеҙҙең өсөн.
“SUSHI МОЛ” йәкшәмбенән кесаҙнаға тиклем сәғәт 11.00-дән 23.00-гә тиклем эшләй, йоманан шәмбегә тиклем – 11.00-дән 24.00-гә тиклем.
Заказ биреү өсөн телефон: 8-917-498-31-11.
322028000036700 һанлы ОГРН.
Реклама хоҡуғында

Автор:Лариса Михалькова