Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Йәйғор” – йәм һәм торлаҡ хәүефһеҙлеге һағында

Яҙ... Бар донъя нурға мансылып, күңел күтәрелгән саҡта ниндәйҙер яңылыҡ, үҙгәрештәр булдырғыһы килә.

“Йәйғор” – йәм һәм торлаҡ хәүефһеҙлеге һағында
“Йәйғор” – йәм һәм торлаҡ хәүефһеҙлеге һағында

Тап яҙғыһын беҙ икенсе прическа яһатырға хәл итәбеҙ йәиһә үҙебеҙҙе яңы эшмәкәрлектә һынап ҡарайбыҙ. Ә беҙ һеҙгә бүлмә, фатир йәиһә йорт дизайнын алмаштырырға тәҡдим итәбеҙ. Өҫтәүенә быны Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында урынлашҡан “Йәйғор” салоны менән эшләү күпкә еңелерәк. Был салондың тәҙрә һәм ишектәр баҙарында хеҙмәт стажы – ун йыл.
Салонда бик күп әйберҙәр һайларға мөмкин: ламинатланған, ПВХ һәм ағас тәҙрәләр, горизонталь һәм вертикаль жалюзи, шулай уҡ йәнең теләгән аркалар бар. Бында һеҙ ишек һәм тәҙрәләр өсөн ваҡ элементтар, фурнитура табыр-һығыҙ.
“Йәйғор” салоны – “Галерея окон” Рәсәй компанияһының һәм Рәсәй ишек етештереүселәренең рәсми вәкиле. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, классик тимер ишектәрҙән тыш, һатыуҙа ирекле һәм заказ буйынса буятылған һәм буятылмаған ағас өй ишектәре тәҡдим ителә.
Шәхси йортта йәшәүселәр өсөн “тирләмәй” тор-ған махсус ишектәр иң уңайлыһы булыр. Бындай ишек конструкциялары һыуыҡ һауаны эскә үткәрмәй тотоп тора. Һөҙөмтәлә ишек туңмай, бинала оптималь температура һаҡлана һәм бинаны йылытыу өсөн киткән сығымдарға һиҙелерлек йоғонто яһай.
Интерьерҙы тағы нисек яңыртырға мөмкин? Яуап: тәҙрәләргә жалюзи ҡуйығыҙ. “Йәйғор” салонында улар горизонталь йәиһә вертикаль рәүештә төрлө төҫтә һәм материалдан тәҡдим ителә. Алюмин жалюзи еңел таҙартыла, туҡыма жалюзи йәм һәм зауыҡ бирә. Уларҙы таҙартыу артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаҫ.
Аҫылмалы түшәм етешһеҙлектәрҙе йәшерер, шулай уҡ бинаға бер нисә квадрат метрҙы “өҫтәргә” ярҙам итәсәк. Уларҙы ҡуйыуға күп ваҡыт талап ителмәй, эстетик яҡтан матур һәм ышаныслы. Салонда һатып алыусылар ПВХ йәиһә туҡыма түшәм һайлай ала. “Йәйғор”ҙа һеҙгә һайларға һәм төҫтө билдәләргә ярҙам итерҙәр.
Йорт йәиһә фатирҙа яңы ленолеум йәйеп, уның стилен һәм мөхитен ҡырҡа үҙгәртергә мөмкин. Бынан тыш, уның ыңғай яҡтары ла бик күп: ул ышҡылыуға сыҙамлы, ҡояшҡа янмай, ваҡыт үтеү менән структураһы һәм төҫө үҙгәрмәй, һөртөп алыуға еңел, дымдан “ҡурҡмай”.
Интерьерҙы яңыртыуҙан тыш, бинаның экстерьеры тураһында ла уйланырға мөмкин. Автоһәүәҫкәрҙәргә гаражына автоматик күтәрелмәле ҡапҡа ҡуйыу бик яҡшы ҡарар буласаҡ. Уларҙы ситтән тороп асырға һәм ябырға мөмкин, был көн боҙолғанда бик уңайлы. Улар йыйнаҡ, хәүефһеҙ һәм файҙаланыу срогы оҙайлы.
“Йәйғор” салонында яҡшы яңылыҡ: хәҙер бында һеҙгә йортоғоҙ хәүеф-һеҙлеген тәьмин итергә – видеокүҙәтеү һәм домофон ҡуйырға ярҙам итәсәктәр.
“Йәйғор” салонында йорт өсөн әйбер алыу отошло, бында һеҙгә бүлеп түләү мөмкинселеге бар, пенсионерҙарға ташламалар яһала. Тәҙрәгә заказ биргәндә, энергия һаҡлаусы быяла пакеттар һәм москит селтәрҙәре – бүләккә, белгестең үлсәү өсөн сығыуы – бушлай (тулыраҡ мәғлүмәт – һатыусыларҙа).
Бынан тыш салон бар яҡтан да уңайлы урында – Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында урынлаш-ҡан. Шулай уҡ 8 (34770) 2-64-84, 8-905-006-56-22, 8-965-922-53-33 телефондары буйынса заказ бирергә мөмкин.
317028000060797 һанлы ОГРН.
Реклама хоҡуғында.

Автор:Лариса Михалькова