Башҡортостан сауҙа ассоциацияһының селтәр магазиндары социаль әһәмиәтле тауарҙарға 15 проценттан артыҡ хаҡ билдәләмәү тураһында килеште. Әлегә тиклем унан күберәк арттырыл-ғандарға ул кәметеләсәк. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы Башҡортостандың Сауҙа министрлығына һылтанып хәбәр итә.
Бөгөн ассоциацияның партнерҙары – “Байрам”, “Полушка”, “Ярмарка”, “Дворик”, “Лукошко”, “АиФ”, “Альдо” һәм “Малинка” магазиндары.
Социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек исемлегенә 20 аҙыҡ төрө ингән: икмәк, һөт продукцияһы, бакалея, йомортҡа, ҡош ите һәм аш өсөн йәшелсәләр. Хаҡты сикләү һәр атама буйынса кәмендә бер тауарға ҡағыла. Уны магазин еткәселеге үҙе һайлай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы – ул баҙарҙағы әүҙем ҡатнашыусылар сауҙа тармағы эшен координациялау, эшлекле бәйләнештәр урынлаштырыу, ҡала округтарының дәүләт власы органдары, муниципаль берәмектәр, ауыл биләмәләре һәм күҙәтеү органдары менән үҙ-ара эш итеүҙә ярҙам итә алырлыҡ тәжрибә уртаҡлашыу өсөн берләшкән платформа.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, был башланғысты магазиндар үҙҙәре тәҡдим иткән, ул Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт идаралығында хуплау тапҡан. Меморандум 2022 йылдың аҙағына тиклем дауам итә, унда ҡатнашыу – ирекле.
3 мартта билдәле булыуынса, “Пятерочка”, “Перекресток” һәм “Карусель” сауҙа селтәрҙәре һөт продукцияһына, шәкәргә, “борщ йыйылмаһы” йәшелсәләренә, икмәк һәм икмәк-булка изделиеларына хаҡ өҫтәүҙе 5 процентҡа сикләй. Был категорияға ҡараған тауарҙар махсус хаҡ белешмәләре менән билдәләнәсәк.
Бынан алда Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәткә ошонай уҡ тәҡдимдәрҙе “Ашан” һәм “Атак” гипермаркеттары, “Магнит” сауҙа селтәре, “О'Кей” ЯСЙ-һы ебәргән. Ретейлерҙар хәбәр итеүенсә, баҙар конъюнктураһының үҙгәреп тороуына бәйле, исемлек ай һайын яңыртылырға тейеш.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: сауҙа селтәрҙәренә бер нисә социаль әһәмиәтле тауарҙы бер ҡулға һатыуҙы сикләргә рөхсәт иттеләр. Был күптәр уйлағанса дефицитҡа бәйле түгел, ә алыпһатарҙарға ҡаршы көрәш маҡсатында эшләнә. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығынан хәбәр итеү-ҙәренсә, ҡайһы бер төбәктәрҙә минималь хаҡлы социаль әһәмиәтле тауарҙарҙы артабан һатыу маҡсатында шәхси ҡулланыу өсөн кәрәкленән күберәк күләмдә (бер нисә тоннаға тиклем) һатып алыу осраҡтары теркәлгән.
Мөһим!
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы факты буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә.
Монополияға ҡаршы орган хаҡтарҙы нигеҙһеҙ арттырыуға тиҙ арала йоғонто яһау өсөн “Ҡыҙыу линия” асты. Был хаҡта ведомство сайтында интернет-форма тултырып йәиһә 8 (347) 246-21-53 телефоны буйынса хәбәр итергә мөмкин.
Шылтыратыу эш көндәрендә ҡабул ителә.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.