Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
22 Декабрь 2021, 09:35

Һөт продукцияһы хаҡында

Продукцияны маркировкалау ни өсөн кәрәк?

Һөт продукцияһы хаҡында
Һөт продукцияһы хаҡында

Һөт продукцияһына тамға һуғыуҙың сираттағы этабы башланды, тимәк, хәҙер, фермер продукцияһынан тыш, бөтә һөт тауарҙары мотлаҡ һанлы маркировкаланырға тейеш. Ә билдә ҡуйыу нимә өсөн кәрәк, аныҡлап әйткәндә, уны индереү ниндәй һөҙөмтәләргә килтерә? Әйҙәгеҙ, мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуаптарҙы ҡарап сығайыҡ.

Продукцияны маркировкалау этаптары:
2021 йылдың 1 июненән “туңдырма” (һөт майынан һәм/йәки һөт аҡһымынан туңдырмаларҙан тыш) һәм “сыр” категориялары өсөн тамғалау мотлаҡ.
2021 йылдың 1 сентябренән – ҡулланыу ваҡыты 40 көндән күберәк булған һөт ризыҡтары өсөн.
2021 йылдың 1 декабренән – яраҡлылыҡ ваҡыты 40 көндән аҙыраҡ һөт ризыҡтары өсөн тамғалау мотлаҡ (фермер продукцияһынан тыш).

Милли маркировка системаһы легаль булмаған продукцияның йәшерен баҙарын ҡыҫҡартыу, тауарҙарҙың хәүефһеҙлеген һәм сифатын контролдә тотоуҙы тәьмин итеү өсөн эшләнгән.
Тауарға билдә ҡуйыу бер нисә этаптан тора:
1. Етештереүсе тауарға һанлы код индерә
Перспективалы технологияларҙы үҫтереү үҙәге вәкәләтле дәүләт операторы, етештереүсе йәки импортер тауарҙың ҡабына урынлаштырһын өсөн, һәр тауарға уникаль код бирә (Data Matrix йәки тамғалауҙың башҡа төрө).
2. Тауарҙың бөтә юлы һәр этапта теркәлә
Һанлы код – ул юғалтыу йәки ялғанын эшләп алыу мөмкин булмаған паспорт. Ул һәр этапта – заводтан ҡулланыусыға тиклем – тауарҙың бөтә юлын күҙәтергә мөмкинлек бирә.
3. Магазинда тауарҙың кодын сканер аша үткәреп, уны кәштәлә урынлаштыралар
Маркировка системаһы тауарҙың бөтөн логистик сылбыры буйлап күсеүен теркәй, шул иҫәптән магазиндағы тауарҙы кәштәлә урынлаштырғанда кодты тикшереүҙе үҙ эсенә ала, был ялғанды ҡулланыу мөмкинлегенә юл ҡуймай.
4. Тауарҙарҙы кассала һаттылар – системала “код әйләнештән сыҡты”
Онлайн-кассала тауарҙы һатҡанда система контрафактты һатырға мөмкинлек бирмәй.
5. Тауар хаҡында бөтә дөрөҫлөк
Бары сифатлы һәм тикшерелгән продукция алыу өсөн ҡулланыусы тауарҙың законлы булыуын еңел тикшереп, уның тураһында дөрөҫөн белә ала.
Маркировканың яңы ҡағиҙәләренең бөтә өҫтөнлөктәре менән файҙаланыу өсөн кеҫә телефонына “Честный ЗНАК” ҡушымтаһын ҡуйығыҙ. Уның ярҙамында магазинда тауарҙың тышлығындағы Data Matrix махсус кодын сканерларға кәрәк.
Ҡушымта продукцияның атамаһы, бренды, ҡуйылығы, күләме, яраҡлылыҡ ваҡыты тамамланыуға нисә көн ҡалыуы тураһында мәғлүмәт бирә. Шулай уҡ етештереүсе хаҡында мәғлүмәт, ветеринария контроле сертификаты, “продукттың һатыуҙа булыуы мөмкин” тигән яҙыу барлыҡҡа килергә мөмкин. Бөтә мәғлүмәттең бер урында булыуы бик уңайлы.

Тамғаланмай:
* 30 грамға тиклем ауырлыҡтағы тауарҙар.
* Өс йәшкә тиклемге балалар өсөн туҡланыу.
* Махсус туҡланыу.
* Айырып үлсәп һәм ҡойоп ала торған продукттар.
* Һөт майҙарын үҫемлек майы менән алмаштырыусы һөтлө аҙыҡ-түлек.

Сифатһыҙ, ялған һәм тамғаһыҙ продукцияны асыҡлаған осраҡта һатып алыусы “Честный ЗНАК” мобиль ҡушымтаһы аша ялыу бирә ала. Ялған продукция проблемаһы менән көрәшеү, сифатты күҙәтеү аҫтында тотоу һәм Рәсәй баҙарына асыҡ булырға ярҙам итеү – “Честный ЗНАК” системаһының бурысы.
Маркировка хаҡта сағылмаҫ, тип ышана ҡағиҙәләрҙе әҙерләүселәр, сөнки ялған продукция легаль продукцияға алмаштырыла. Ләкин һөт продукцияһына хаҡтың артыуына сәбәптәр бар. Хаҡ артыуҙың төп сәбәбе – һөттөң үҙенә хаҡтарҙың артыуы. Ә ҡайһы бер сәбәптәргә төрөү материалдарының, мал аҙығының, сит ил ветеринария препараттарының ҡиммәтләнеүе, электр энергияһына тарифтарҙың күтәрелеүе һәм валюталар курсы инә.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.

Һөт продукцияһы хаҡында
Һөт продукцияһы хаҡында
Һөт продукцияһы хаҡында
Автор:Лариса Михалькова