Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
15 Декабрь 2021, 09:20

“Мега Планета”ла – ташламалар

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Үҙәк урамында 6-сы йортта урынлашҡан “Мега Планета” магазины (универмаг бинаһы) үҙ һатып алыусыларын ташламалар менән даими ҡыуандырып тора.

“Мега Планета”ла – ташламалар
“Мега Планета”ла – ташламалар

Был юлы ла 15 декабрҙән 31-енә тиклем магазинда бар тауарға 15% ташлама яһала. Хәҙер магазинда, майҙаны киңәйеүгә бәйле, ассортимент та күпкә артты.
Бында һеҙ өй өсөн кәрәкле йыһаз һәм әйберҙәр – стена сәғәте, урын-ер ҡаралдыһы, таҫтамалдар, матрас, юрған һәм мендәрҙәр табырһығыҙ.
Уйынсыҡтар бүлегендә лә балағыҙ өсөн кәрәкле бар нәмәне табырға мөмкин: тауҙан шыуыу өсөн ҡулайламалар, конструкторҙар, туптар, уйын йыйылмалары, транспорт (машиналар, самолеттар һәм вертолеттар), ҡурсаҡтар һәм улар өсөн аксессуарҙар (мебель, көнкүреш техникаһы, йорттар, коляскалар), йомшаҡ уйынсыҡтар һәм башҡалар тәҡдим ителә. Шулай уҡ бында Яңы йылға мишура, шыршы уйынсыҡтары, гирляндалар, статуэткалар, яһалма шыршы һатып алырға мөмкин.
Магазин балалар, үҫмерҙәр, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төрлө өҫ һәм аяҡ кейемдәре моделдәрен тәҡдим итә. Өҫкө кейем, шулай уҡ кофта, толстовка, джинсы, салбар, юбка, футболка һәм эске кейемдең күп төрө тәҡдим ителә. Яңы коллекцияла ҡатын-ҡыҙҙар күлдәктәренең төрлө оҙонлоҡтағыһы бар, улар корпоративтар өсөн бик уңайлы, шулай уҡ ҡыҙҙар өсөн Яңы йыл иртәлектәренә ҡупшы күлдәктәр, карнавал костюмдары һайларға мөмкин.
“Мега Планета” йорт кейемдәре һәм эске кейемдәргә, шулай уҡ янсыҡтарға, клатчтарға, тәгәрмәсле сумаҙандарға, ҡайыштарға, баш кейеменә, яулыҡҡа, шарфҡа, бирсәткәгә, тапочкаға һәм башҡа бик күп нәмәгә бай.
Ташлама ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә һәм күсергәндә ғәмәлдә буласаҡ. Магазин эргәһендә ҙур һәм уңайлы парковка бар. Эш ваҡыты: иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем. Тәнәфесһеҙ һәм ялһыҙ.
Реклама хоҡуғында.
320028000116317 һанлы ОГРНИП.

“Мега Планета”ла – ташламалар
“Мега Планета”ла – ташламалар
“Мега Планета”ла – ташламалар
“Мега Планета”ла – ташламалар
“Мега Планета”ла – ташламалар
Автор:Лариса Михалькова