Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
30 Ноябрь 2021, 14:25

Йылы әйберҙәр алырға бында килегеҙ

Ҡыш башланғас, күптәр йыш үҙгәреп торған һауа торошо шарттарында сәләмәтлеккә зыян килтермәй нисек кейенергә тип уйлана башлай. Бөгөн ниндәй һалҡындарҙа ла уңайлы һәм ябай итеп кейенергә мөмкинселек бар.

Йылы әйберҙәр алырға бында килегеҙ
Йылы әйберҙәр алырға бында килегеҙ

Төрлө ысулдар һәм хаталар аша, ҡайһы берҙә ғәҙәти булмаған әйберҙәр кейеп, кешеләр быуаттар буйы тән йылыһын һаҡларға өйрәнгән. Ә синтетик материалдар барлыҡҡа килгәндән һуң, тән йылыһын тотҡан иң уңайлы вариант табыла: ул – термобелье. Был эске кейем ике ҡат әйберҙе алмаштыра, тип иҫәпләнә.
Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Трикотаж донъяһы” магазинында сатлама һыуыҡта ла тән йылыһын яҡшы һаҡлаған юғары сифатлы термобелье һатып алырға мөмкин.
Магазин бер нисә йыл рәттән ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар өсөн спорт, көндәлек, төрлө һауа шарттарында кейеү өсөн идеаль ҡулайлаштырылған эске кейем булдырған Clever маркалы Рәсәй етештереүсеһе менән хеҙмәттәшлек итә.
Clever маркаһы ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар өсөн эске кейемдең бер нисә серияһын тәҡдим итә.
Outdoor. Һауа температураһы -20, -30 градустан түбән булғанда һәм физик әүҙемлек ваҡытында кейергә тәғәйенләнгән.
Active. Урта физик әүҙемлек ваҡытында, һауа температураһы -10, -25 градус булғанда кейеү өсөн уңайлы. Был серияға ингән кейемдең эске яғынан ҡыҫҡа өбөрө (начес) йылыны тота һәм шуның өсөн дә тиҙ ҡорой.
Everyday. Был сериялағы әйберҙәр көндәлек кейеү өсөн йәтеш, уны -10 градус һалҡын көндә йөрөтөү яҡшы. Эске кейемдең составында тәбиғи мамыҡ бар, ул түбән һауа шарттарында ла йылыны яҡшы тота. Шуныһын белеү мөһим: ул аллергия тыуҙырмай һәм “тын” ала.
Ошо көндәрҙә “Трикотаж донъяһы”на яңы эске кейемдәр килде.
Ассортиментта төрлө спорт-ҡа тәғәйенләнгән һәм һатып алыусының күңеленә хуш килер әйберҙәр тәҡдим ителә: төрлө йәштәге ир-егеттәр (шул иҫәптән балалар һәм үҫмерҙәр) өсөн кальсон; ҡатын-ҡыҙҙарға урта һәм юғары әүҙемлек өсөн тән йылыһын яҡшы тотҡан термошорты, лосины, джемпер; ҡыҙҙар һәм малайҙарға уңайлы термокомплекттар.
Магазинда был эске йылы кейемгә һорау ҙур. Һатып алыусылар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
Ирина, 37 йәш: “Иремә икенсе комплект һатып алам. Ул вахта ысулы менән эшләй, Себер ҡышы өсөн бындай эске кейем – иң уңайлыһы. Ирем уны ҡаты һыуыҡта махсус өҫ кейеме аҫтынан йөрөтә. Кейем мәшәҡәттәр тыуҙырмай, ә иң мөһиме – йылы”.
Надежда, 26 йәш: “Эске кейем йомшаҡ, тотоп ҡарауға күңелгә ятышлы, өҫтә матур утыра, йылы һәм йәмле. Шул тиклем оҡшай, хатта салбар, юбка аҫтынан кейәм. Һыуыҡ көндәрҙә, саңғыла шыуғанда, өйҙә, ял иткәндә йәиһә машинала барғанда кейһәң, йылы һәм уңайлы. Улым хоккей менән мауыға, уның өсөн комплект алырға килдем”.
“Трикотаж донъяһы” магазины адресы: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 29, “Домино” сауҙа үҙәге.
Лариса РИЗВАНОВА.
304022013200047 һанлы ОГРН.
Реклама нигеҙендә.

Автор:Лариса Михалькова