Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
3 Сентябрь 2021, 14:00

Өй интерьерын нисек ремонтһыҙ яңыртырға?

Йыш ҡына үҙебеҙ йәшәгән йорт бүлмәләрендә ниндәйҙер үҙгәрештәр индерер өсөн йыһаздарҙы алмаштырып, күсереп ултыртырға тура килә. Ә ҙур күләмдәге ремонт эшләргә мөмкинселек тә, ваҡыт та юҡ. Ә күпме көс талап ителә! Әммә бынан сығыу юлы бар: тәҙрә, ишектәрҙе алмаштырыу, аҫылмалы түшәм ғаилә бюджетына ярайһы уҡ еңеллек килтерер, ремонтҡа ла яҡшы альтернатива булыр.

Өй интерьерын нисек ремонтһыҙ яңыртырға?
Өй интерьерын нисек ремонтһыҙ яңыртырға?

Иң ҡыйыу уйҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында урынлашҡан “Йәйғор” ишектәр салонына мөрәжәғәт итегеҙ. Тәҙрә һәм ишектәр баҙарында туғыҙ йыл тәжрибә туплаған консультанттар үҙҙәренең хеҙмәттәрен тәҡдим итер.
Салонда бик күп әйберҙәр һайларға мөмкин – ламинатланған, ПВХ һәм ағас тәҙрәләр, горизонталь һәм вертикаль жалюзи, шулай уҡ йәнең теләгән аркалар бар. Классик стилдәге бүлмә ишектәре йәиһә хәҙерге ваҡытта киң популярлыҡ яулаған гармун-ишектәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙме – һатыусы нәҡ һеҙ теләгән, бюджет кимәленә ярашлы тауар һайларға ярҙам итер.
Бында ишек һәм тәҙрәләр өсөн ваҡ элементтар, фурнитуралар бар.
“Йәйғор” салоны – “Галерея окон” Рәсәй компанияһының һәм Рәсәй ишек етештереүселәренең рәсми вәкиле. Ә был уның сифат гарантияһы хаҡында һөйләй. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: классик тимер ишектәрҙән тыш һатыуҙа ирекле һәм заказ буйынса буятылған һәм буятылмаған ағас өй ишектәре тәҡдим ителә. Шәхси йорт һәм коттедждарҙа йәшәүселәр өсөн “тирләмәй” торған махсус ишектәр иң уңайлыһы булыр. Бындай ишек конструкциялары һыуыҡ һауаны эскә үткәрмәй тотоп тора. Һөҙөмтәлә ишек туңмай, бинала оптималь температура һаҡлана һәм йылы һиҙелерлек оҙаҡ ваҡыт тора.
Ассортиментта – гараждар өсөн юғарыға күтәрелеп асыла торған ҡапҡалар (рольставни). Был бик уңайлы: ямғыр, ҡар яуған ваҡытта, көслө һалҡын ел иҫкән саҡта автомобиль салонынан сығып тороу кәрәкмәй. Бынан тыш, улар күп урын алмауы, оҙаҡ хеҙмәт итеүе, юғары хәүефһеҙлек менән айырылып тора.
Тәҙрәләргә жалюзи ҡуйыу – уңайлы һәм еңел. Бигерәк тә йәй көнө ҡояш нурҙары бина эсен аяуһыҙ ҡыҙҙырған ваҡытта, жалюзи – бүлмәнең һалҡын һауаһын һаҡлап, уны еңел һәм тиҙ арала ҡараңғы иткән иң яҡшы ысул булыр. Йылдың башҡа миҙгелендә лә жалюзи тәҙрә пәрҙәһен алмаштырыр: бинаны сит күҙҙәрҙән һаҡлар, йыуып, еүеш сепрәк менән һөртөп алыуға ла уңайлы. “Йәйғор” салонында төрлө төҫтәге һәм төрлө материалдарҙан горизонталь йәки вертикаль жалюзи һайлап алырға мөмкин. Алюмин жалюзины таҙартыу еңел булһа, туҡыма жалюзи бүлмәгеҙгә йәм өҫтәр.
Заманса йорттарҙы аҫылмалы түшәмһеҙ күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Өлкән быуын кешеләре ремонт ваҡытында түбәне мотлаҡ аҡлай торған ине. Хәҙер был үткәндә ҡалған күренеш тиһәк тә була. Аҫылмалы түшәм ҡуйыу өсөн күп ваҡыт талап ителмәй, матур, түбәнең кәмселек урындарын ҡаплай, оҙаҡ хеҙмәт итә һәм ышаныслы. Ул түбәне бейек итеп күрһәтә, шулай итеп бүлмә киңәйгән кеүек тойола. “Йәйғор” салоны һатып алыусыларға ПВХ, туҡыма аҫылмалы түшәмдәр һайлап алыу мөмкинлеге бирә.
“Йәйғор” салонында бүлеп түләргә мөмкин, пенсионерҙар-ға ташламалар яһала. Тәҙрәгә заказ биргәндә, энергия һаҡлаусы быяла пакеттар һәм москит селтәрҙәре – бүләккә, белгестең үлсәү өсөн сығыуы – бушлай (тулыраҡ мәғлүмәт – һатыусыларҙа).
Салон Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында бар яҡтан да уңайлы урында урынлашҡан. Шулай уҡ 8-905-006-56-22, 8-961-355-29-22, 2-57-22 телефондары буйынса заказ бирергә мөмкин.
317028000060797 һанлы ОГРН.
Реклама хоҡуғында

Өй интерьерын нисек ремонтһыҙ яңыртырға?
Өй интерьерын нисек ремонтһыҙ яңыртырға?
Өй интерьерын нисек ремонтһыҙ яңыртырға?
Өй интерьерын нисек ремонтһыҙ яңыртырға?
Автор:Наркес Халиуллина