Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Йәйғор” салоны интерьерҙы яңыртырға ярҙам итер

Яҙ һәм йәй – матур йәшәр-гә теләгәндәргә интерьерҙарын яңыртыу өсөн иң уңайлы мәл. Ремонт күп ваҡыт һәм сығымдар талап итә, ә бына кәрәкле элементтарҙы ҡайҙан һатып алырға икәнлеген белһәң, эш күпкә ябайлаша.

Тәҙрә һәм ишектәр баҙарында туғыҙ йыл уңышлы эшләп килгән, ҙур тәжрибә туплаған “Йәйғор” ишектәр салоны консультанттары һеҙгә үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итә. Иҫке ишек һәм тәҙрәләр-ҙе өйҙө йәмләндереп, күркәм төҫ биргән яңы һәм уңайлыһына алмаштырыу, жалюзи, аҫылмалы түшәм һәм рольставни ҡуйыу, гараж ишеген секциялы автомат ҡапҡаларға алмаштырыу өсөн “Йәйғор” магазинына ашығығыҙ.
“Йәйғор” салонында бик күп әйберҙәр һайларға мөмкин: ламинат, ПВХ һәм ағас тәҙрәләр, горизонталь һәм вертикаль жалюзи, шулай уҡ йәнең теләгән аркалар бар. Классик стилдәге бүлмә ишектәре йәиһә хәҙерге ваҡытта киң популярлыҡ яулаған гармун-ишектәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙме – һатыу-сы нәҡ һеҙ теләгән, бюджет кимәленә ярашлы тауар һайларға ярҙам итер. Бында һеҙ ишек һәм тәҙрәләр өсөн ваҡ элементтар, фурнитура табырһығыҙ.
“Йәйғор” салоны – “Галерея окон” Рәсәй компанияһының һәм Рәсәй ишек етештереүселәренең рәсми вәкиле. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, классик тимер ишектәрҙән тыш, һатыуҙа ирекле һәм заказ буйынса буялған һәм буятылмаған ағас өй ишектәре тәҡдим ителә.
Шәхси йорт һәм коттедж-дарҙа йәшәүселәр өсөн “тирләмәй” торған махсус ишектәр иң уңайлыһы булыр. Бындай ишек конструкциялары һыуыҡ һауаны эскә үткәрмәй тотоп тора. Һөҙөмтәлә ишек туңмай, бинала оптималь температура һаҡлана һәм бинаны йылытыу өсөн киткән сығымдарға һиҙелерлек йоғонто яһай.
Ассортиментта – гараждар өсөн юғарыға күтәрелеп асыла торған ҡапҡалар (рольставни). Улар күп урын алмауы, оҙаҡ хеҙмәт итеүе, юғары хәүефһеҙлек менән айырылып тора.
Тәҙрәләге жалюзи – уңайлы һәм ышаныслы. Бигерәк тә йәйге эҫе көндәрҙә ул һеҙҙе ҡояштың самаһыҙ ҡыҙҙырыуынан һаҡлар – бер ынтылыу менән тәҙрәне ҡаплап, һауаға тиҙ йылы- нырға бирмәҫ. “Йәйғор” салонында төрлө төҫтәге һәм төрлө материалдарҙан горизонталь йәки вертикаль жалюзи һайлап алырға мөмкин. Алюмин жалюзиҙы таҙартыу еңел, ә туҡыманан эшләнгәне өй эсен йәмләр.
Заман өйҙәрен аҫылмалы түшәмдән башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ул түбәне бейек һәм киң итеп күрһәтә, өйгә йәм өҫтәй. “Йәйғор” салонында ПВХ, туҡыма түшәмдәр һайлап алырға мөмкин.
“Йәйғор” магазинында ишек, тәҙрә һәм түшәмде һатып алыу отошло ла: бүлеп түләү мөмкинлеге бар, пенсионерҙарға ташлама яһала. Тәҙрәгә заказ биргәндә, энергия һаҡлаусы быяла пакеттар һәм москит селтәрҙәре – бүләккә, белгестең үлсәү өсөн сығыуы – бушлай (тулыраҡ мәғлүмәт – һатыусыларҙа).
Бынан тыш, салон Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәгендә уңайлы ерҙә – “Тыныслыҡ” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында – урынлашҡан. Шулай уҡ 8-905-006-56-22, 8-905-355-47-25, 8-961-355-29-22, 2-93-10 телефондары буйынса заказ бирергә мөмкин.
Реклама хоҡуғында.
317028000060797 һанлы ОГРН.