Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
14 Апрель 2021, 14:30

“Ҡыйыҡ һәм фасад” магазины өйөгөҙҙө матурлар

Һәр өйҙөң тышҡы күренеше уның хужаһы тураһында һөйләп тора. Һеҙҙең өйгә килгәндәр тышҡы күренештән үк йәшәгән кешенең ниндәй булыуын баһалай. Һәм, әлбиттә, үҙенсәлекле, зауыҡлы итеп биҙәлгән, матурлығы менән күҙгә ташланып торған йорт уҙып барыусыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә.

Төҙөлөш йәиһә ремонттың һуңғы этабында, өй тышын биҙәгән ваҡытта, уның хужалары архитектура үҙенсәлектәре һәм эске биҙәлешенә тап килерҙәй тышлау материалы тураһында, ҡайһыһы яҡшы һәм оҙаҡ хеҙмәт итер, тип уйлана башлай.
Заманса декоратив төҙөлөш материалдары һәр яңы төҙөлгән, тышҡы яғы яңыртылған өйгә йәм бирер, нур өҫтәр. Бөгөн төҙөлөш материалдарының күп төрө бар, улар ярҙамында ысын шедевр тыуҙырырға мөмкин. Әммә шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: ваҡыт үтеү менән, өйҙөң фасады тышҡы факторҙарҙың йоғонтоһонда үҙенең тәүге күркәмлеген юғалта һәм туҙа.
“Ҡыйыҡ һәм фасад” (Кровля и фасад) магазины тышҡы күренеше буйынса күп төрлө биҙәү материалдары тәҡдим итә. Штукатурлау ҡатнашмаһы, фасад плиткаһы, фасад панеле, сэндвич-панелдәрҙе үҙенсәлектәренә ҡарап һайлап алырға мөмкин, уларҙың һыуыҡтан, елдән һәм тауыштан һаҡлағандары була.
Үҙ аллы өй төҙөгән ваҡытта иң ауыр этап – ҡыйыҡ монтажлау. Был эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға кәрәк, сөнки аҙ ғына ла яңылышлыҡ киткән осраҡта – финанс йәһәтенән һәм өйҙөң ышаныслы, оҙаҡ хеҙмәт итеү яғынан да ҡиммәткә төшөүе бар.
Магазин профтүшәмә, черепица (юғары сифатлы, һығылмалы, башҡа яҡшы сифаттары булған тимер черепица), ышаныслы һәм ныҡлы сайдинг, һыу ағыу системаһы һәм фасадты тышлау өсөн хәүефһеҙлек элементтары кеүек төрлө төҙөлөш материалдарын һатыу һәм монтажлау эшен башҡара.
Ҡыйыҡ ябыуҙа уның формаһын, үлсәмен, унан башҡа бүтән факторҙарын да иҫәпкә алырға кәрәк. Магазинда һеҙгә ҡыйыҡ һәм стеналарҙы көпләү өсөн уңайлы материал һайлап алырға, “хаҡ-сифат”ына ҡарап, күпме сығымдар китерен иҫәпләп сығарырға ярҙам итерҙәр. Бында һеҙҙең бөтә талап һәм теләктәр иҫәпкә алына.
Шәхси милектең айырылғыһыҙ өлөшө, үҙенсәлекле символы – ул ҡойма. Өй тирәһе кәртәләп алынмаһа, ул тирә-яҡтың йәмен ебәреп тора. Ҡойма, өй торған ерҙе үҙ эсенә алып, бер бөтөндө тәшкил итә, ландшафтҡа колорит өҫтәй, йәмләндерә һәм һаҡланғанлыҡ тойғоһо бирә. Ҡойма ҡуйырға теләгән һәр шәхси йорттоң хужаһы, иң тәүҙә ул ниндәй функция башҡарыуын билдәләргә тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, ул йә һаҡлау сараһы, йә йәмләүсе булып тора.
“Ҡыйыҡ һәм фасад” магазины йорт тирәһен кәртәләп алырға материалдарҙың күп төрөн тәҡдим итә. Төҫтәрҙең күплегенә, күп ҡатлы һаҡлаусы декоратив япмалы булыуына, килешле хаҡына ҡарап, йорт хужалары тиҙ монтажланған профтүшәмәнән ҡойма ҡуйыуҙы хуп күрә.
Магазин профтүшәмә, тимер черепица, тимер сайдингты Башҡортостан Республикаһында билдәле етештереүсе “Стан” йәмғиәтенән һатып ала. Ул металды билдәле ҡалынлыҡта, хаҡ һәм сифатын тура килтереп, сифатлы материалдар ғына тәҡдим итә һәм баҙарҙа 20 йылдан ашыу алдынғылар рәтендә уңышлы эшләп килә.
Профтүшәмәнең 150-нән ашыу төҫө бар. Таш, кирбес, ағас ҡоймаға оҡшатып яһалған төр-ҙәрен һайлап алырға мөмкин. Профтүшәмәнән ҡойма 20-30 йыл ышаныслы хеҙмәт итер. Шул уҡ ваҡытта ҡояшта уңып, төҫө үҙгәрмәй һаҡланыр. Ә иң мөһиме – ҡулланыу ваҡытында ремонтлауҙы һәм буятыуҙы талап итмәй.
Заманса ҡойманың тағы ла бер төрө – тимер рәшәткә. Улар ярҙамында баҡса тирәһен ел үтәрлек итеп аралап һәм тулыһынса көпләп кәртәләргә мөмкин. Был табаҡлы тимер профилдең ҙур булмаған бер төрө. Профтабаҡтыҡы һымаҡ, тимер рәшәткә лә сифаты яғынан ныҡлы һәм тиҙ тутығып бармай.
Күршеләр араһында ҡойма ҡуйған ваҡытта, йыш ҡына рабица селтәре ҡулланалар. Уның йәмләндереү көсө түбән, ә шулай ҙа тотош күләгә барлыҡҡа килтермәй һәм аҙ сығым талап иткән тимер ҡоймаларҙың береһе булып тора.
Шулай уҡ магазинда төҙөлөш ҡатнашмалары, буяу, обой елеме, профиль торбалар, теплица, кәрәҙле поликарбонат, йылытыу саралары, һыу торбаһы һәм һыу ағыҙыу системаһы, төҙөлөш материалдары, электр инструменттар һатып алырға мөмкин.
“Ҡыйыҡ һәм фасад” магазинында төҙөлөш материалдары һатып алғанда, һеҙ ғаилә бюджетына ярайһы уҡ экономия эшләйһегеҙ, Рәсәйҙә һәм сит илдә етештерелгән сифатлы төҙөлөш-биҙәү әйберҙәрен һатып алыу мөмкинселегенә эйә булаһығыҙ.
“Ҡыйыҡ һәм фасад” магазины Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Төҙөлөш урамы, 4А/13 һәм Мәсәғүт ауылы, Коммунистик урам, 50 адрестары буйынса урынлашҡан. Эш режимы: дүшәмбе – йома сәғәт 9.00-дән 18.00-гә тиклем, шәмбе – 9.00-дән 16.00-гә тиклем, йәкшәмбе көн – 10.00-дән 15.00-гә тиклем.
Реклама хоҡуғында.
316028000183958 һанлы ОГРН.