Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
14 Апрель 2021, 13:00

“Строймаркет” – төҙөү һәм ремонт өсөн отошло хаҡтар

Хәҙерге заман баҙарындағы төҙөлөш материалдарының күп төрлөлөгө биналарҙы зауыҡлы һәм матур итеп һалыу, ремонтлау мөмкинлеге бирә.

Ремонт планлаштырғанда ниндәй материалдар ҡулланыуҙы алдан уйларға кәрәк, сөнки был ғаилә бюджетына һәм уны уҙғарыу ваҡытына туранан-тура йоғонто яһай.
“Строймаркет” магазинында газ блоктары, кирбес, шлактан блоктар һатып алырға мөмкин, профтүшәмә, металлочерепица, йомшаҡ көпләү әйберҙәре, шулай уҡ OSB, фанер, йылытыу материалдары һәм сайдинг, төҙөлөш ҡатнашмалары, грунтлау, буяу өсөн һеңдереү шыйыҡсалары, буяу, обой һәм монтаж елеме, канализация өсөн торбалар бар. Тағы ла инструмент, электр тауарҙары, йыуыу ҡоролмалары, газон сап-ҡыс, триммер, ҡар таҙартыу техникаһы, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системаһы ҡоролмалары тәҡдим ителә; мунса мейестәренә заказ бирергә мөмкин.
Һеҙҙең бүлмә дизайнына тура килгән иҫәпһеҙ һанда төрлө иҙән ябыу материалдары: матур һәм уңайлы, йылылыҡ хисе биргән, аяҡ тауышын “йотҡан”, бүлмәләге дымлылыҡты көйләгән паркет йәиһә пробка иҙән; матурлыҡ өҫтәгән, хаҡы буйынса ла килешле, тиҙ һөртөлгән киң таралған линолеум; кварцвинил плитаһы – ул үҙендә керамика ныҡлығы һәм линолеум һығылмалылығын берләштергән яңы быуын иҙән ябыу материалы.
Пластик тәҙрә һәм ишектәр һайлауға клиенттар бик ентекле ҡарай. “Строймаркет” магазинының тәжрибәле һатыусыһы уны дөрөҫ һайларға ярҙам итер, ә монтажлаусы урынлаштырыу эшен тиҙ һәм сифатлы башҡарыр.
Баҡса эштәре башланырға ла күп ҡалманы, туғандар һәм яҡындарыңды иртә өлгөргән уңыш менән ҡыуандырыу өсөн парник кәрәк. Һатыуҙа поликарбонат, әҙер теплица һәм кәрәкле материалдар бар.
Сифатлы төҙөлөш материалдары – уңышлы ремонт һәм төҙөлөш нигеҙе, шуның өсөн дә уларҙы һайлауға яуаплы ҡарарға кәрәк. Киң һайлап алыу мөмкинселеге булғанда, һатып алыусы үҙенә оҡшағанын хаҡы, сифатына ҡарап һайлай. Унан тыш, һатыусы-консультанттарға мөрәжәғәт итеп, кәрәк күләмде билдәләй ала.
“Строймаркет” магазины Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Сәнәғәт урамы, 2 а/6 адресы буйынса урынлашҡан, дүшәмбенән алып шәмбе көнөнә тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй, ял көнө – йәкшәмбе. Райондың һәр ауылына алып барыу хеҙмәте – ғәмәлдә.
Реклама нигеҙендә.
311022010900012 һанлы ОГРН.