Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҙар һәм ҡулланыусы
14 Апрель 2021, 16:00

Һеҙҙең өҫтәлгә – тәмле һәм сифатлы ризыҡ

Икмәк – иң ҙур байлыҡ. Һәр осорҙа ла ул бик ҡәҙерле һаналған. Яңы бешкән икмәк еҫе өй йылыһы, әсәй хәстәрен хәтерләтә. Бөгөн, магазин кәштәләре төрлө һый-ниғмәттән һығылып торғанда, араһынан сифатлы һәм тәмле икмәкте нисек белеп алырға?

Шәхси эшҡыуар Наталья Зырянованың икмәк бешереү цехында нәҡ шундай төрлө ҡушылмаларһыҙ тәмле икмәк етештерәләр. Ҡомалаҡ әсеткеһе менән, ҡарабойҙай, “Дарницкий”, һоло, тотош бөртөклө, “Тере арыш” икмәктәре тәбиғи сеймалдан әҙерләнә. Составына әсетке, тотош етен емеше, һоло, ҡарабойҙай, арыш ингән, ә сүпрә минималь миҡдарҙа ҡулланылған икмәк сәләмәт туҡланыу өсөн яҡшы ризыҡ булып тора.
Уҙған йылда икмәк бешереү цехы продукция күләмен арттырып ҡына ҡалманы, ә ассортиментын да киңәйтте. Шулай уҡ бында төрлө күмәстәр, керәндилдәр, ит, балыҡ, йәшелсә, емеш-еләк һалынған төрлө пирогтар бешерәләр.
2020 йыл һуңында цехта кондитер изделиелары етештереү буйынса ярымавтомат линия һатып алып ҡуйылды, кондитерҙар бригадаһы тупланып, улар өсөн уҡыу ойошторолдо. Хәҙер район магазиндарында пальма майы ҡушылмаған төрлө тәмле печенье, кекс, татлы һәм бисквит пирогтар һатыла башланы. Был кондитер изделиеларының һаҡлау ваҡыты ҡыҫҡа, сөнки уларға консерванттар ҡушылмаған.
Продукция етештереүҙәге юғары күрһәткестәр өсөн Наталья Зырянованың икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиеларына “Башҡортостан продукты” билдәһе бирелгән. Улар “Лакомка”, “Усадьба”, “Горбушка”, “Заречный”, “Добрый” фирма сауҙа нөктәләрендә, шулай уҡ Мәсетле һәм күрше райондар магазиндарында һатыла.
Бер йыл элек иғлан ителгән пандемия күп предприятиеларҙа эшселәр һанын кәметеүгә килтерһә, Наталья Зырянованың цехында штат ҡыҫҡартылманы, ә киреһенсә, артты, яңы эш урындары барлыҡҡа килде. Етәкселек персоналды уҡытыуға һәм уларҙың эшен камиллаштырыуға ҙур иғтибар бүлә: кулинария өлкәһендәге оҫталарҙы цехтың үҙенә саҡыра һәм оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Бөгөн бында тейешле уҡыу үткән үҙ эштәренең оҫталары эшләй. Уларҙың береһе – 15 йыл элек командаға килгән Гөлназ Михайлова. 2019 йылда, производствоны киңәйтеү сәбәпле, цехта етәксе вазифа булдырыу кәрәклеге килеп тыуа. Ул эшҡыуарҙың тәҡдиме менән ризалаша һәм продукцияның сифаты, ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәр-ҙәр өсөн үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала. Яңы етәкселәрен коллегалары хөрмәт итә.
Эшҡыуарҙың әйтеүенсә, үҙҙәренең сауҙа билдәһен булдырыу идеяһын улар күптән уйлап йөрөй. Уны табыуға һәм булдырыуға күп ваҡыт талап ителә. Былтыр документтарын теркәргә ебәрәләр. Бына хәҙер икмәк бешереү цехының үҙ логотибы һәм сауҙа билдәһе бар – “Зарни-хлеб” (“Зарни” фин-уғыр теленән тәржемә иткәндә “Ҡиммәтле” тигәнде аңлата). Сауҙа маркаһы һатып алыусыларға тәҡдим ителгән продукцияның сифатлы булыуын гарантиялай, сөнки етештереүсе продукцияның сифаты өсөн яуаплылыҡ тота һәм репутацияһын һаҡлау өсөн бар көсөн һала.
Реклама хоҡуғында.
304022013200047 һанлы ОГРН.